Зве́рево йәки Зве́рево ҡалаһы — Рәсәйҙең Ростов өлкәһе составындағы ҡала округы.
Ҡыҫҡа факттар Ил, Федерация субъекты ...
Ябырға
Административ үҙәге — Зверево ҡалаһы.
Ростов өлкәһенең төньяҡ-көнбайышында урынлашҡан. Ҡала округының административ үҙәгенән Дондағы Ростов ҡала өлкәһе үҙәгенә тиклем алыҫлыҡ автомобиль юлы буйлап 110 км тәшкил итә. Зверево һәм Новомихайловская тимер юл станциялары бар. Округ территорияһында һыу ятҡылыҡтары юҡ.
Ентеклерәк мәғлүмәт Халыҡ иҫәбе ...
Ябырға
- Владимир Ильич Ленин һәйкәле[15].
- Дан орденының тулы кавалеры Колесников Пётр Яковлевичҡа һәйкәл (2015).
- «Обуховская» шахтаһының һәләк булған таусыларына һәйкәл (2008)[16]. Һәйкәл ҡара тышлы асыҡ китап күренешендәге кирбес ҡоролманан ғибәрәт. Уртаһында металл таҡтала һәләк булған таусылырҙың фамилиялары яҙылған, һул яҡта — «Шахтер Даны» билдәһе һәм «„Обуховская“ шахтаһының һәләк булған таусыларына» тигән яҙыу, уң яҡта — яҙыу «Еңел булмаған шахтер хеҙмәтен һайланығыҙ һәм беренсе булып ваҡытынан алда киттегеҙ».
- Тау эштәренә арналған экспозицияһы булған тыуған яҡты өйрәнеү музейы[17][18].
- Изге-Никольская сиркәүе (1916)[19].
- 1920 һәм 1943 йылдарҙа Граждандар һәм Бөйөк Ватан һуғыштарында һәләк булғандар ерләнгән туғандар ҡәберлеге урынында ҡуйылған һуғышсы-азат итеүселәргә мемориаль ансамбль (1957). Архитекторы Дмуховский В. Н. Туғандар ҡәберлегенә һәләк булған һуғышсыларҙың исемдәре яҙылған плита ҡуйылған: лейтенант Ковалёв Владимир Игнатьевич, өлкән сержант Дьяков Александр Трофимович, гвардия кесе сержанты Зверев Виктор Иванович, интендант технигы Шторев Григорий Иванович, ҡыҙылармеец Бушев Иван Иванович, ҡыҙылармеец Верёвкин Семён Ксенофонтович, ҡыҙылармеец Кушников Константин Иванович, ҡыҙылармеец Кистенёв Митрофан Прокофьевич, ҡыҙылармеец Маринин Константин Николаевич, ҡыҙылармеец Нечаев Григорий Михайлович, ҡыҙылармеец Пронькин Александр Петрович, ҡыҙылармеец Тур Андрей Ксенофонтович, ҡыҙылармеец Шомохов Дмитрий Алексеевич, Советтар Союзы Геройы капитан Докукин И. А., гвардия өлкән сержанты Климов Егор Петрович.
- Советтар Союзы Геройы Докукин Иван Архиповичкә иҫтәлек йөҙөнән билдә (2010). Иҫтәлек билдәһе постаментҡа урынлаштырылған хәрби самолет макетынан ғибәрәт. Макет Иван Архипович Докукин осҡан самолеттың теүәл күсермәһе булып тора, ул Шахты авиаремонт заводында эшләнгән[20].
- Чернобыль аварияһы ликвидаторҙарына иҫтәлек йөҙөнән билдә. Зверево ҡалаһының 84 кешеһе Чернобыль АЭС-ындағы авария эҙемтәләрен бөтөрөүҙә ҡатнаша, шуларҙың өсәүһе «Ҡаһарманлыҡ ордены» менән бүләкләнә. Һәйкәл емерелгән кирбес йорттоң мөйөш стенаһы өлөшөнән ғибәрәт. Һәйкәлдең уртаһында өңрәйеп торған тишектә атомды символлаштырған метал шар урынлаштырылған. Һәйкәлдең уртаһында ромб рәүешендәге постаментта яҙыу: «Чернобыль АЭС-ы аварияһында һәм башҡа радиация катастрофаларында зыян күргән ликвидаторҙарға».
- Интернационалист һуғышсыларға, шулай уҡ XX—XXI быуаттарҙың локаль һуғыштарында ҡатнашыусыларға иҫтәлек йөҙөнән билдә (2009) иҫтәлек йөҙөнән билдә постаментта ҡуйылған бетон плитанан ғибәрәт, унда «Интернационалист һуғышсыларға һәм XX—XXI быуат локаль һуғыштарҙа ҡатнашыусыларға һәйкәл» тигән яҙыу. Һәйкәл менән йәнәш постаментта Ҡыҙыл Йондоҙ Ордены рәүешендәге биш осло йондоҙ урынлашҡан. Төрлө йылдарҙа ҡаланың 43 кешеһе Афганистанда интернациональ бурысын үтәне.
- «Һуғышсы — тимер юлсыларға» һәйкәле (1965). Һәйкәл ҡаланың тимер юл вокзалы янындағы майҙанға ҡуйылған. Һәйкәл 2,5 метр бейеклегендәге постаментҡа ҡуйылған шлакоблок плитала каска кейгән һалдаттың барельеф һүрәтенән ғибәрәт. Плитала «1941 −1945 йылдарҙа Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булған Зверево станцияһы тимер юлсыларына дан» тигән яҙыу. Һәләк булған тимер юлсыларҙың исемдәре теҙеп яҙылған: Альшианский М. К., Андреев А. И., Васильченко Ф. В., Воробьева Е. И., Жаворонко А. М., Зайцев Я. Д., Келин Г. А., Кирюшин И. И., Куцев Ф. А., Лямин Н. Н., Муратов С. М., Назарьянец А. А., Полозов М. П., Рудой И. П., Семенов А. П., Синицина Р. П., Соловьев П. П., Харьковский И. Н., Цуканов М. И., Мелентьева А. А. Һәйкәлдең аҫтында тимер юлсылар эмблемаһы һүрәте ҡуйылған.
- Ҡала биналарында иҫтәлекле таҡталар ҡуйылған. Улар: Зверево тимер юлсыларының беренсе урыҫ революцияһын хуплау стачкаһына, 47-се Гвардия уҡсы Дивизияһы хөрмәтенә, тимер юл транспортын ойоштороусы Д. М. Калабухов иҫтәлегенә бағышланған таҡта һәм башҡалар.