Ростов өлкәһе
From Wikipedia, the free encyclopedia
Remove ads
Росто́в өлкәһе — Рәсәй Федерацияһы субъекты, Көньяҡ федераль округ составына инә. Административ үҙәге — Дондағы Ростов ҡалаһы.
Remove ads
География
Ростов өлкәһе көнсығышта — Волгоград өлкәһе, төньяҡта — Воронеж өлкәһе, көньяҡта — Ҡалмыҡстан, Краснодар һәм Ставрополь крайҙары, көнбайышта — Украина менән сиктәш. Көнбайышта Ростов өлкәһе биләмәләре Азов диңгеҙе һыуҙары менән йыуыла.
Административ-территориаль бүленеш

Ростов өлкәһе составына 463 муниципаль берәмек инә, шул иҫәптән:
- 12 ҡала округы,
- 43 муниципаль район (улар бөтәһе 18 ҡала һәм 390 ауыл биләмәһен үҙ эсенә ала[6]).
Билдәле шәхестәре
- Волчкова Галина Юрьевна (19.10.1963), Рәсәй социаль эшҡыуары Ортопедик аяҡ кейеме һәм мөмкинлектәре сикләнгәндәр өсөн кейем етештергән «Ортомода» компанияһына нигеҙ һалыусы һәм уның генераль директоры. Сығышы менән Шахты ҡалаһынан.
Халҡы
Рәсәй Дәүләт статистикаһы федераль хеҙмәте мәғлүмәттәре буйынса, өлкәнең халыҡ иҫәбе 4 236 000 (2016) кеше тәшкил итә. Халыҡ тығыҙлығы — 41.95 кеше/км2 (2016). Ҡала халҡы — 67.96 % (2015).
Милли состав
Ростов өлкәһендә 1989 йылда — 1438, 2002 йылда — 1142 башҡорт йәшәгәне теркәлгән[25].
Remove ads
Иҫкәрмәләр
Һылтанмалар
Wikiwand - on
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Remove ads