Зәйтүн майы
үҫемлек майы / From Wikipedia, the free encyclopedia
Зәйтүн майы — зәйтүн ағасының емештәренән һығып алынған үҫемлек майы лат. Olea europaea. Олеин кислотаһы эфиры менән майлы кислоталарҙың триглицериды ҡушылмаһынан хасил. Сортына ҡарап, һарғылт төҫтән башлап, ҡуйы йәшел төҫтә булыуы мөмкин. Тәме әскелт. Иреү температураһы 7-10 °C[1].
Греция, Италия һәм Испанияла милли ризыҡҡа һанала. Антик замандарҙан бирле урта диңгеҙ диетаһының айырылмаҫ бер өлөшө. Уның менән ҡорамдарҙы һәм мәсеттәрҙе таҙарталар. Шулай уҡ христиан һәм иудей диндәренең йолаларын үтәгәндә лә ҡулланалар.
Клазомена (Иония) — иң боронғо май һығыу урыны. Зәйтүн ағасы ҡырағай хәлдә Урта диңгеҙҙән төньяҡ-көнсығышҡа табан, Кесе Азияғаса осрай. Ҡасан һәм ҡайҙа иң башлап баҡса ағасына әйләндереүҙәре бәхәсле һорау. Әммә миноя цивилизацияһының сәскә атауы уның менән бәйле икәне мәғлүм[2]. Крит утрауында табылған зәйтүн майы өсөн махсус һауыттар (прото-амфоралар) беҙҙең эраға тиклем 4-се меңйыллыҡ уртаһына ҡарай.
Боронғо Египет зәйтүн майын Криттан һәм Ханаандан һатып алған. Был турала мәғлүмәт Эбланың архив документтарында (б.э. тиклем 3-сө меңйыллыҡ уртаһы) теркәлгән. Май ашарға аҙыҡ итеп кенә түгел, һабын эшләү өсөн һәм дини йолалар үтәү (май шәмдәре) өсөн ҡулланыла. Беҙҙең эраға тиклем VIII быуатта зәйтүн майын финикийҙар Карфагендан Испания ярҙарына, ә боронғо гректар — Италияға ташый. Латинса исеме (oleum) боронғо грек теленән үҙләштерелгән.
Зәйтүн ағасы — гректарҙың милли ағасы[3]. Был үҫемлекте Аҫина (Афина Паллада) уйлап тапҡан тип һанала. Аҫина ҡалаһының исеме, риүәйәт буйынса, ошо алланың исеменән алынған. Аттикала йәшәүселәр уны тоҙ сығанаҡтары менән ылыҡтырырға маташыусы Посейдондан өҫтөн күрәләр[4]. Зәйтүн майының (лаҙи) дауалау үҙенсәлектәрен Гиппократ та таныған. Был май менән бөтә эллин атлеттары ыуынған. Плиний, Италиянан килтерелгән майҙы өҫтөнөрәк күргән, тиҙәр. Француз Пьер-Жозеф Аморё «Traité de l’olivier» исемле китабында (Монпелье, 1784) зәйтүн ағасы һәм майы тарихы, май һығыу ысулдары тураһында тәжрибәләрҙе туплай һәм дөйөмләштерә. Хәҙерге заманда был ризыҡ тураһында мәғлүмәт Франция, Испания, Греция һәм башҡа Урта диңгеҙ буйындағы илдәрҙең махсус музейҙарында һаҡлана.