Греция
Көньяҡ Европалағы дәүләт / From Wikipedia, the free encyclopedia
Гре́ция (үҙатамаһы — Эллада, грек. Ελλάδα [eˈlaða] тип атайҙар), рәсми исеме — Гре́к Респу́бликаһы (грек. Ελληνική Δημοκρατία [eliniˈci ðimokraˈtia]); тарихи исеме — бор. грек. Ἑλλάς [helːˈas]) — Европаның көньяғындағы дәүләт. Халыҡ — 10,8 миллион кеше (2017 йылдың 1 ғинуарына, Евростат баһаһы буйынса), территорияның майҙаны — 131 957 км. Халыҡ иҫәбе буйынса донъяла 84-се һәм биләмә майҙаны буйынса 95-се урынды биләй. Универсаль, парламент республикаһы. 13 периферияға бүленә.
| |||||
Девиз: «Ἐλευθερία ἢ Θάνατος (Свобода или смерть)» | |||||
Гимн: «Азатлыҡҡа гимн (Ύμνος εις την Ελευθερία)» | |||||
Расположение Грецияның (ҡара-йәшел): — в Европала (яҡты-йәшел һәм ҡара-аҡбуҙ) — в Европа берлектә (яҡты-йәшел) | |||||
Үҙаллылыҡ датаһы | 25 март 1821 ( Ғосман империяһынан) | ||||
Рәсми тел | грек | ||||
Баш ҡала | Афина | ||||
Эре ҡала | Афина, Салоники, Пирей | ||||
Идара итеү төрө | Парламент республикаһы | ||||
Президент Премьер-министр | Каролос Папульяс Алексис Ципрас | ||||
Территория • Бөтәһе • % һыу өҫтө | 96 131 957 км² 0,86 | ||||
Халыҡ • Һаны (2011) • Халыҡ тығыҙлығы | 10 787 690[1] чел. 85,3 чел./км² (88) | ||||
ЭТП (ППС) • Бөтәһе • На душу населения |
294, 339 млрд.[2] долл. 24,543[2] долл. | ||||
ЭТП (номинал) • Бөтәһе • Бер кешегә |
292,065[2] долл. 24,073 долл. | ||||
ИЧР (2011) | 0,861 (очень высокий) (29 урын) | ||||
Этнохороним | грек, гректар | ||||
Валюта | Евро[3] (EUR, код 978) | ||||
Интернет-домены | .gr, .eu | ||||
Код ISO | GR | ||||
МОК коды | GRE | ||||
Телефон коды | +30 | ||||
Сәғәт бүлкәте | +2 (йәйҙә +3) |
Баш ҡала — Афина ҡалаһы. Дәүләт теле — грек.
Греция Балҡан ярымутрауында һәм күп һанлы утрауҙарҙа урынлашҡан. Төньяҡ-көнбайышта Албания, Төньяҡ Македония һәм Болгария менән төньяҡ-көнсығышта, Төркиә менән ҡоро юл сигенә эйә. Эгей диңгеҙе (Эгейск һәм Фракийск диңгеҙе) — көнсығыш, Ион диңгеҙе — көнбайышта, Урта диңгеҙ һәм Крит диңгеҙе диңгеҙендә.
Хәҙерге Греция — Боронғо Греция мәҙәниәтенең мираҫы, Көнбайыш донъяһының бишеге, демократияның һәм[4] һәм көнсығыш философияһының[5] , Физика-Математика фәндәренең нигеҙ принциптары, театр[6] һәм хәҙерге Олимпия уйындарының[7] тыуған ере. Грек теле иң оҙон тарихлы, (34 быуат яҙыу осоро менән)[8]. Грек алфавиты нигеҙендә кириллица һәм латиница булдырылған. Грецияның бай мәҙәниәт мираҫы һәм уның яҡшы географик урынлашыуы илде ҡунаҡтарға иң бай ил тип таныта[9].
Илдең бойондороҡһоҙлоғо 1821 йылдың 25 мартында иғлан ителгән. Быға тиклем ул Ғосман империяһы составында булған.
Ныҡ үҫешкән илдәр исемлегенә ингән. Европа берлеге, НАТО, БМО, Европа Советы, ОБСЕ ағзаһы. Грецияла демократия һәм дөйөм һайлау хоҡуғы бар.
Греция — индустриаль-аграр ил. 2011 йылда эске тулайым продукт күләме 294,339 миллиард АҠШ доллары тәшкил иткән (йән башына 24 543 АҠШ доллары самаһы). Аҡсалата берәмеге — евро. 2001 йылдан алып башлап евро зонаһының бер өлөшө.
Халыҡтың 97 % самаһы православие динен тота.
2020 йылдың мартында президент вазифаһын Катерина Сакелларопулу башҡара. Хөкүмәт башлығы — премьер-министр Кириакос Мицодовс.