Йәйен
йәйендәр ғәиләһенә (Siluridae) ҡараған киң ялпаҡ ауыҙлы, оҙон мыйыҡлы, сөсө һыуҙа йәшәгән тәңкәһеҙ эре йыртҡыс балыҡ / From Wikipedia, the free encyclopedia
Йәйен (лат. Silurus glanis, рус. сом обыкновенный[1]) — йәйендәр ғәиләһенә (Siluridae) ҡараған киң ялпаҡ ауыҙлы, оҙон мыйыҡлы, сөсө һыуҙа йәшәгән шыма тәнле, тәңкәһеҙ эре[2] йыртҡыс балыҡ; Башҡортостанда иң ҙур балыҡ.
Ентеклерәк мәғлүмәт ?Йәйен, Фәнни классификация ...
? Йәйен | ||||||||||||||
---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
Фәнни классификация | ||||||||||||||
|
||||||||||||||
Латинса исеме | ||||||||||||||
Silurus glanis Linnaeus, 1758 | ||||||||||||||
Ареал | ||||||||||||||
тәбиғи ареал (сөсө һыуҙар) интродуцирован (сөсө һыу ятҡылыҡтары) тоҙло һыуареал | ||||||||||||||
|
Ябырға
Оҙонлоғо 5 м самаһы, ауырлығы 400 кг тирәһе (тарихи мәғлүмәттәр буйынса).
Хәҙерге ваҡытта 100 кг-дан артыҡ тартҡан вәкилдәре бик һирәк осрай. Әммә оҙонлоғо 2,5 м-ҙан ашыу һәм массаһы 150 кг тирәһе булған вәкилдәре рәсми рәүештә теркәлгән.