Йәштәр хоккей лигаһы беренселеге
From Wikipedia, the free encyclopedia
Йәштәр хоккей лигаһы беренселеге (ЙХЛ-Б, рус. Первенство Молодёжной хоккейной лиги) — ЙХЛ клубтарының уртаҡ йыйылышында 2011 йылдың 27 июнендә барлыҡҡа килгән Йәштәр хоккей лигаһының икенсе дивизионы. 2015/16 йылдар миҙгеле тамамланғас йәштәр командалары араһында Рәсәй чемпионатын үткәреү хоҡуҡтары Рәсәй хоккей федерацияһына ҡайта һәм ЙХЛ беренселеге урынына Милли йәштәр хоккей лигаһы барлыҡҡа килә.
Йәштәр хоккей лигаһы беренселеге | |
2015/16 | |
Нигеҙләнгән: | |
---|---|
Йылдар: |
2011—2016 |
Илдәр: |
|
Регион: | |
Ваҡыт: |
һәр йыл |
Командалар һаны: |
23 (2015/16) |
Күтәрелеү: | |
Ғәмәлдәге еңеүсе: | |
Титулдарҙың иң ҙур һаны: |
«Октан» (Пермь), «Юниор» (Ҡурған), «Беркуты Кубани» (Краснодар), «Россошь» (Россошь) һәм «Горняк» (Учалы) (берешәр титул) |
Рәсми сайт: |
Беренселектең һуңғы миҙгелендә 23 команда ҡатнаша, уларҙың 15 — ЮХЛ клубтарының йәштәр составы, 8 — үҙ аллы командалар. Беренселектә Рәсәйҙән 21, ә Ҡаҙағстан менән Белоруссиянан берешәр команда ҡатнаша. Командалар төп приз — Региондар Кубогы өсөн көрәшәләр. Был трофейҙы «Октан», «Юниор», «Беркуты Кубани», «Россошь» һәм «Горняк» хоккей клубтары берешәр тапҡыр еңәләр. Һуңғыһы ғәмәлдәге еңеүсе була.