Калькутта университеты
From Wikipedia, the free encyclopedia
Калькутта университеты (бенг. কলিকাতা বিশ্ববিদ্যালয়, англ. University of Calcutta) — Һиндостандың иң боронғо һәм иң ҙур университеттарҙың береһе. 1857 йылдың 24 ғинуарында Калькутта ҡалаһында — Британиялы Һиндостандың баш ҡалаһында барлыҡҡа килә. Калькутта университеты эсенә шулай уҡ төрлө колледждар инә: президентлы (1855 йылда барлыҡҡа килә), санскрита (1824 йылда барлыҡҡа килә), Бехтун исемендәге колледж (1949 йылда барлыҡҡа килә), Дэвтон колледжы (1823 йылда барлыҡҡа килә, христиан ғаиләһенән егеттәргә белем биргән), «Да Мартиньер» (1836 йылда генерал К.Мартин нигеҙ һала.), мосолман мәҙрәсә- колледжы (1781 йылда барлыҡҡа килгән) һәм әрмән колледжы (1821 йылда әрмән байҙарының общинаһы менән ойошторолған). Шулай уҡ университетың уға бойоролған мәктәптәре бар, мәктәптәр һәм колледждар менән бергә һанаһаң, унда 200 меңдән ашыу кеше уҡый. Китапхпнаһында 1972 йылда 430 мең китап һаналған, шулай уҡ университетың үҙ обсерваторияһы булған (1875 йылда барлыҡҡа килгән).
Һиндостандың үҙендә уҡыу йорто «биш йондоҙло унивеситет» тип данлана. Калькутта университетынан дүрт Нобель лауреаты сығарылған.