Калькутта
From Wikipedia, the free encyclopedia
Кальку́тта (2001 йылдан рәсми атамаһы — Ко́лката) (бенг. কলকাতা, ингл. Kolkata; һинд कोलकता) — Һиндостандың көнсығышындағы Ганг дельтаһындағы ҡала, Көнбайыш Бенгал штатының баш ҡалаһы, Һиндостандағы Мумбайҙан ҡала майҙаны буйынса икенсе һәм халҡы буйынса Мумбаи, Дели һәм Бангалорҙан һуң дүртенсе ҡала.
Город | |
Калькутта бенг. কলকাতা, ингл. Kolkata | |
Ил |
ҺиндостанҺиндостан |
---|---|
Штат |
Көнбайыш Бенгал |
Координаталар | |
Мэр |
Бикаш Ранджан Бхаттачарья |
Беренсе мәртәбә телгә алынған |
1690 |
Майҙаны |
185 км² |
Диңгеҙ кимәленән бейеклеге |
9 м |
Халҡы |
4 486 679 кеше (2011) |
Тығыҙлығы |
27 462 кеше/км² |
Агломерация |
14 112 536 |
Сәғәт бүлкәте |
UTC+5:30 |
Телефон коды |
+91 33 |
Почта индексы |
700001 - 700157 |
Һанлы танытмалар | |
Автомобиль коды |
WB-01, WB-02, WB-03, WB-04 |
Рәсми сайт |
kolkatamycity.com (инг.) |
2011 йылға ҡарата халыҡ һаны 4 486 679 кеше[1], агломерацияһы — 14 112 536 кеше[2] (Һиндостан ҡалалар агломерациялары араһында 3-сө урын)[3].
Британия хакимлығы йылдарында Калькутта бар Британия Һиндостаны өсөн 1911 йылғаса баш ҡала ролен үтәгән. Шуның өсөн бөгөн дә ул мәғариф, фән, мәҙәниәт һәм сәйәсәт үҙәге булып тора. Шулай ҙа ҡаланың проблемалары ла етәрлек: ярлылыҡ, һауаның бысраныуы һәм юлдарҙағы тығындар.