From Wikipedia, the free encyclopedia
Карлово — Үҙәк Болгариялағы ҡала, Пловдив өлкәһенең Карлово общинаһы үҙәге.
Карлово | |
болг. Карлово | |
Флаг | Герб |
Нигеҙләү датаһы | 1483 |
---|---|
Рәсми атамаһы | Карлово[1] |
Дәүләт | Болгария |
Административ үҙәге | Карлово[d] |
Административ-территориаль берәмек | Карлово[d][1] |
Халыҡ һаны |
21 339 кеше (15 июнь 2024)[2], 24 642 кеше (15 июнь 2024)[2] |
Диңгеҙ кимәленән бейеклек | 452 ± 1 метр |
Туғандаш ҡала | Конин, Брянск, Барановичи[d][3] һәм Владимир[4][5] |
Сиктәш | Троян[d] |
Майҙан | 102 173 000 квадрат метр |
Почта индексы | 4300 |
Рәсми сайт | karlovo.bg |
Яуаплы | Проект:Болгария[d][1] |
Урындағы телефон коды | 335 |
Категория для почётных граждан субъекта | Категория:Почётные граждане Карлово[d] |
Элементтың күренеше өсөн категория | Category:Views of Karlovo[d] |
Карлово Викимилектә |
Карлово ҡалаһы уңдырышлы тупраҡлы Стрям йылғаһы үҙәнендә, Раузалар үҙәненең нәҡ уртаһында урынлашҡан, диңгеҙ кимәленән 386 метр бейеклектә ята.
Софиянан 56 км көнсығышҡа табан һәм Пловдивтан 145 км алыҫлыҡта төньяҡта урынлашҡан.
Карлово — Васил Левскийҙың тыуған ҡалаһы.
Бында 1947 йылда механик завод булдырыла, 1949 йылда ул тракторҙар сығарыусы завод булып китә (Карловски трактор заводы).
2005 йылда ҡаланан йыраҡ урында археологтар Фракияның. баш ҡалаһын тапҡан.Әлеге мәлдә ҡаҙыуҙар дауам итә — бында фракийҙарҙың бик күп көнкүреш әйберҙәре һәм керамика ярсыҡтары табылған да инде.
|
Карлово общинаһының кметы (мэры) — община Емил Кабаиванов, община идаралығының һайлау һөҙөмтәләре буйынса ҡуйылған.
Бында алһыу (рауза) май етештерелә, ул парфюмерияла киң ҡулланыла.
Ғәмәлдә Карлово вагондар ремонтлау заводы.
Карлово туристар ял итеү урындарының береһе булып тора.
Болгарияла Үҙәк Балҡан республика милли парктарының береһе булып тора. Бейеклеге 500—2376 метрараһында тирбәлә — иң түбән нөктәһе Карлово ҡалаһынан алыҫ түгел ерҙә урынлашҡан, ә иң юғарыһы — Ботев түбәһе. Милли парк территорияһында 9 ҡурсаулыҡ бар, улар 20000 гектарҙан ашыуыраҡ биләмәлә урынлашҡан. Бында Боатин,Царичина, Козя стенаһы, Стенето, Төньяҡ Джендем, Пеещи ҡаялары, Соколна, Джендема һәм Иҫке йылға ҡурсаулыҡтары булдырылған.
Һәр йыл һайын июндең беренсе шәмбеһендә (йәки майҙың һуңғы аҙнаһында) «Рауза фестивале» үткәрелә[10].
Йыл һайын Васил Левскийҙың тыуған һәм үлем көнө билдәләнә[11].
Бөйөк ураҙа алдындағы беренсе йәкшәмбелә һәр йылда төрлө райондарҙан килгән ряженыйҙар уйындары үткәрелә.
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.