From Wikipedia, the free encyclopedia
Ҡыйғы районы (рус. Кигинский район) – Башҡортостандағы муниципаль район. Административ үҙәге – Үрге Ҡыйғы ауылы. Районда 21 мең 239 кеше йәшәй.
Ҡыйғы районы рус. Кигинский район | |
---|---|
Ил | Рәсәй |
Статус | Муниципаль район |
Төбәк | Башҡортостан |
Эске бүленеш | 9 ауыл биләмәһе |
Административ үҙәге | Үрге Ҡыйғы ауылы |
Хакимиәт башлығы | Зөһрә Гордиенко (2020 йылдың 21 ғинуарынан)[1] |
Халыҡ һаны | 21 239 кеше |
Халыҡ тығыҙлығы | 11,4 |
Майҙаны | 1688 км² |
Сәғәт бүлкәте | MSK +2 |
Автомобиль коды | 02, 102 |
БР‑ҙың төньяҡ‑көнсығыш өлөшөндә урынлашҡан. Төньяҡта — Мәсетле, төньяҡ‑көнсығышта — Балаҡатай р‑ндары, көньяҡ‑ көнсығышта — Силәбе өлк., көньяҡ‑ көнбайышта — Салауат, көнбайышта Дыуан р‑ндары м‑н сиктәш. 1930 й. 20 авг. Үрге Ҡыйғы р‑ны булараҡ ойошторола, район составына Мәсәғүт кантоны улустары инә, 1933 й. 20 сент. хәҙ. исемен йөрөтә (ҡара: Административ район). 1963 й. 1 февр. бөтөрөлә, терр‑яһы Салауат р‑ны составына индерелә. 1965 й. 13 ғин. яңынан ойошторола.
Майҙаны — 1688 км2. Адм. үҙәге — Үрге Ҡыйғы а., Өфөнән төньяҡ‑көнсығышҡа 294 км һәм Һилейә т. юл ст. (Силәбе өлк.) төньяҡ‑көнбайышҡа табан 43 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы (мең кеше): 1939 й. — 27,9; 1959 — 22,7; 1989 — 18,9; 2002 — 19,8; 2010 — 19,1. Милли составы: татарҙар — 52,0%, башҡорттар — 41,3%, урыҫтар — 5,2%. Халыҡтың уртаса тығыҙлығы — 11,3 кеше/км². Районда 9 ауыл советы, 39 ауыл торама пункты бар, иң ҙурҙары: Үрге Ҡыйғы (6,6 мең кеше), Түб. Ҡыйғы (1,4 мең), Ләүйылға (1,1 мең) ауылдары.
Рельефы Йүрүҙән‑Әй тигеҙлегенән, төньяҡта — яйла һымаҡ массивтарҙан, көньяҡ‑көнсығышта Башҡортостан (Көньяҡ) Уралы көнбайыш битләүенең тау итәктәренән ғибәрәт. Район Йүрүҙән‑Сылва депрессияһы, көньяҡ‑көнсығышта — Башҡорт мегантиклинорийы сиктәрендә ята. Район терр‑яһында эзбизташ (Арыҫлан); ҡом‑ҡырсын ҡатнашмаһы һәм ҡом (Йүкәлекүл); төҙөлөш ташы (Ҡуянай); ер аҫты һыуҙары (Ҡыйғы) ятҡылыҡтары бар. Климаты континенталь, уртаса һалҡын, дымлы. Һауаның уртаса йыллыҡ т‑раһы 0,8°С, ғин. уртаса т‑ра –5,8°С, июлдә 17°С. Теҙмә ҡалҡыулыҡтар араһындағы уйпатлыҡтарҙа т‑ралар инверсияһы билдәләнгән. Яуым‑төшөмдөң уртаса йыллыҡ миҡдары 490 мм, йылы осорҙа 400 мм ашыу. Гидрографик селтәрҙе Алйылға ҡушылдығы м‑н Әй й. һәм Ләүйылға, Кесейек ҡушылдыҡтары м‑н Ҡыйғы й.; Абзай, Светлый һаҙлыҡтары һ.б. барлыҡҡа килтерә. Көлһыуланған ҡара тупраҡ, ҡараһыу һоро, аҡһыл һоро һәм һоро урман тупрағы өҫтөнлөк итә. Ҡайын, ҡара ылыҫлы‑киң япраҡлы, ҡарағай һәм ҡарағас урмандары таралған. Терр‑яһының 36,5%‑ын урман ҡаплаған. Хайуандар донъяһы урман‑дала төрҙәренән тора. Ҡолмәт а. эргәһендәге Әй й. һыубаҫар туғайында заказник ойошторолған.
2012 й. ауыл хужалығы ерҙәренеңмайҙаны 93,3 мең га (дөйөм майҙандың 55,1%‑ы) тәшкил иткән, ш. иҫ. һөрөнтө ерҙәр — 43,1, сабынлыҡтар — 25,4, көтөүлектәр — 24,3; урмандар майҙаны — 53,4, ер өҫтөһыуҙары — 1,0. Район төньяҡ‑көнсығыш урман‑дала зонаһына инә. А.х. пр‑тиелары [колхоз, 5 АХПК, МУП, 10 ЯСЙ, 82 крәҫтиән (фермер) хужалығы] иген культуралары, мал аҙығы культуралары, картуф үҫтереүгә, һөт‑ит йүнәлешле һыйыр малы үрсетеүгә махсуслаша. Йәшелсәселек, сусҡасылыҡ, йылҡысылыҡ, умартасылыҡүҫешкән. Район терр‑яһында урман хужалығы бар. “Ит традициялары” ЯСЙ, икмәк комб‑ты, юл ремонтлау‑төҙөү идаралығы, МТС һ.б. эшләй. Район терр‑яһы буйлап Бөрө — Мәсәғүт — Һатҡы (Силәбе өлк.), Малаяҙ — Үрге Ҡыйғы — Яңы Балаҡатай — Үңкерҙе (Силәбе өлк.) автомобиль юлдары үтә. Төньяҡ‑көнсығыш иҡтисади төбәккәинә.
Районда ПУ, 25 дөйөм белем биреү мәктәбе, шуларҙың 12‑һе — урта мәктәп, ш. иҫ. Үрге Ҡыйғы лицейы №1, 26 мәктәпкәсә белем биреү учреждениеһы, сәнғәт мәктәбе, ДЮСШ, Пионерҙар һәм уҡыусылар йорто; үҙәк район һәм 2 участка дауаханалары, 25 фельдшер‑акушерлыҡ пункты; 28 клуб учреждениеһы, 22 китапхана, тарих‑тыуған яҡты өйрәнеү музейы, физкультура‑һауыҡтырыу комплексы бар. 2 үҙешмәкәр сәнғәт халыҡ коллективы эшләй. “Наши Киги” гәз. сыға.
.ӘХМӘТОВ Сафа Әхмәт улы (11.1. 1935, БАССР‑ҙың Ҡыйғы р‑ны Алағуз ауылы.), инженер-технолог. Техник ф. д‑ры (1976), проф. (1977). БАССР‑ҙың атҡ. фән эшмәкәре (1978), РФ юғары мәктәбенең атҡ. хеҙм‑ре (2011), СССР‑ҙың уйлап табыусыһы(1977). И.М.Губкин ис. Мәскәү нефть ин‑тын тамамлаған (1958). 1967 й. алып ӨНИ‑нең Салауат киске ф‑тында эшләй (1977 й. — химия‑технология процестары каф. мөдире). 1979 й. башлап БДУ‑ның аналитик химия һәм дөйөм химик технология каф. мөдире. 1981 й. алып ӨДНТУ‑ла эшләй (1991 й. тиклем нефть һәм газ технологияһы каф. мөдире), бер үк ваҡытта 1981—91 йй. СССР Нефтехимия һәм нефть эшкәртеү сәнәғәте министрлығының тармаҡ лаб. (Өфө) ғилми етәксеһе. ӘХМӘТОВ Мөхәмәтхәй Әхмәт улы (25.1.1942, БАССР‑ҙың Ҡыйғы р‑ны Алағуз ауылы. — 17.11.1995, Өфө), тел белгесе. Филол. ф. канд. (1970). С.Ә.Әхмәтовтыңҡустыһы. БДУ‑ны тамамлаған (1964). 1965—67 йй. Ҡыйғы р‑ны Алағуз урта мәктәбенең уҡыу‑уҡытыу бүлеге мөдире. 1970 й. алып БДУ‑ла уҡыта
1939 йылдан башлап халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса районда даими йәшәгән халыҡ һаны (кеше):
|
ОКАТО коды | Ҡыйғы районы | ' |
80 236 805 000 | Абзай ауыл советы | |
80 236 805 001 | Абзай | |
80 236 805 002 | Алағуз | |
80 236 805 003 | Мәсәк | |
80 236 810 000 | Арыҫлан ауыл советы. | |
80 236 810 001 | Арыҫлан | |
80 236 810 002 | Әбдрәзәк | |
80 236 810 003 | Аҫылғужа | |
80 236 810 005 | Ҡолбаҡ | |
80 236 810 006 | Сирбай | |
80 236 810 007 | Туғыҙлы | |
80 236 810 008 | Иҙрис | |
80 236 815 000 | Үрге Ҡыйғы ауыл советы | |
80 236 815 001 | Үрге Ҡыйғы | |
80 236 815 002 | Кеҙетамаҡ | |
80 236 815 003 | Юныс | |
80 236 815 004 | Тёплый Ключ | |
80 236 820 000 | Йыланлы ауыл советы | |
80 236 820 001 | Йыланлы | |
80 236 820 002 | Вәкийәр | |
80 236 820 003 | Ҡолмәт | |
80 236 825 000 | Душамбикә ауыл советы | |
80 236 825 001 | Дүшәмбикә | |
80 236 825 002 | Сағыр | |
80 236 825 003 | Һарығул | |
80 236 825 004 | Туҡай | |
80 236 830 000 | Ибрай ауыл советы. | |
80 236 830 001 | Ибрай | |
80 236 830 002 | Яңы Мөхәмәт}} | |
80 236 830 003 | Иҫке Мөхәмәт | |
80 236 830 004 | Йүкәлекүл | |
80 236 830 005 | Яуын | |
80 236 835 000 | Кандаковка ауыл советы | |
80 236 835 001 | Кандаковка | |
80 236 835 002 | Первомайский | |
80 236 835 003 | Солтан | |
80 236 835 004 | Йосоп | |
80 236 840 000 | Ләүйылға ауыл советы | |
80 236 840 001 | Ләүйылға | |
80 236 840 002 | Вязовка | |
80 236 840 003 | Кесейек | |
80 236 840 004 | Ҡурғаш | |
80 236 845 000 | Түбәнге Ҡыйғы ауыл советы | |
80 236 845 001 | Түбәнге Ҡыйғы | |
80 236 845 002 | Игенселәр | |
80 236 845 003 | Октябрь | |
80 236 845 004 | Париж | |
80 236 845 005 | Ураҡ |
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.