Өфө
Башҡортостандың баш ҡалаһы From Wikipedia, the free encyclopedia
Remove ads
Өфө ([ʏ̞ˈfʏ̞] , рус. Уфа) — Башҡортостандың баш ҡалаһы. Ҡариҙел һәм Дим йылғаларының Ағиҙел йылғаһына ҡушылған ерендә урынлашҡан.
1865—1919 йылдарҙа Өфө губернаһы үҙәге; 1922—1990 йылдарҙа Башҡорт АССР-ының, 1990 йылдан Башҡортостан Республикаһының баш ҡалаһы, 1930 йылдан бер үк ваҡытта Өфө районының да үҙәге (составына инмәй). 2006 йылдан административ реформа буйынса башҡа бер нисә тораҡ пункт менән бергә Өфө ҡалаһы ҡала округы составына инә. Хеҙмәт ҡаһарманлығы һәм дан ҡалаһы[7].
Рәсәйҙең эре мәҙәни, фән һәм иҡтисад үҙәге. Халыҡ һаны буйынса Европала 31-се урында тора[8].
Remove ads
Географияһы
Өфө ҡалаһы Ағиҙел йылғаһының һул яғында, Ҡариҙел һәм Дим йылғаларының Ағиҙел йылғаһына ҡушылған ерендә урынлашҡан. Көнбайыштан көнсығышҡа оҙонлоғо — 28, ә төньяҡтан көньяҡҡа — 53 километр.[9]
Климаты
Remove ads
Тарихы


1574 йылдың иртә яҙында Ағиҙел йылғаһы менән Ҡариҙел йылғаһы ҡушылған бейек ярымутрауҙа Өфө ҡәлғәһенә нигеҙ һалына. Ул тулыһынса хәҙерге Дуҫлыҡ монументы урынлашҡан Беренсе май майҙанына һыйған. Уның дөйөм майзаны 1,2 гектар, стенаһының оҙонлоғо 440 метр самаһы булған. Башҡорттар ҡаланы тәүҙә Торатау тип, ә имән стеналар менән уратып алынғас, Имәнҡала тип йөрөтә.
1586 йылдан башлап Өфө ҡәлғәһе ҡала тип атала башлай. Ошо уҡ йылда Өфөгә уҡсылар отряды етәксеһе, ҡаланың беренсе воеводаһы Михаил Нагой килә. Михаил Нагой Иван Грозныйҙың ҡатыны Ҡабарҙа кенәзе Темрюктың ҡыҙы Марияның ҡустыһы була. Беренсе воеводаның исем-шәрифтәрен Михаил Ноғай тип тә аңлаталар. Мария Темрюковнаның әсәһе нуғай ҡыҙы булған. Был фамилияның сығышы шунан.
1592 йылда ҡалала 180 ир-ат, шул иҫәптән 150 уҡсы, 3 пушканан атыусы йәшәгән. Башҡортостандың күпселек өлөшө Өфө өйәҙенә индерелә, ҡалған ерҙәре Верхо-турье, Ҡазан, Тобольск һәм Төмән воеводаларына буйһондорола.
1888 йылдын 8-се сентябрендә бөйөк рус Инженеры Николай Белелюбский проекты буйынса Өфөлә Aғиҙел аша беренсе металл конструкцияларҙан күпере (Һамар-Златоуст тимер юл участкаһы) асыла.
2007 йылда Өфө-2 ҡаласығы урынында (Воровский-Пушкин урамдары киҫешкән урында) үткәрелгән археологик ҡаҙыныу эштәре һөҙөмтәһендә V—XVI быуаттарҙа был урында ҡәлғә булыуы асыҡлана. Ҡаҙыныу урынында саман кирбесенән төҙөлгән стена, биҙәнеү әйберҙәре, һауыт-һаба табыла.
- 1574 йылда ҡәлгә булараҡ төҙөлгән
- 1586 йылдан башлап ҡала булып иҫәпләнә
- 1708 йылдан Ҡазан губернаһына ингән
- 1728 йылдан Өфө провинцияһы үҙәге
- 1744 йылдан Ырымбур губернаһына беркетелгән
- 1781 йылдан Өфө наместниклығының үҙәге
- 1796 йылдан яңынан Ырымбур губернаһы составында
- 1802 йылдан граждандар губернаторы резиденцияһы һәм губерна учреждениелары булған губерна ҡалаһы
- 1865 йылдан Өфө губернаһы үҙәге
- 1922 йылдан Башҡортостандың баш ҡалаһы
2020 йылдың ғинуарында Дәүләт-ара герой-ҡалалар союзы президиумы Икенсе донъя һуғышы тамамланыуҙың 75 йыллығы уңайынан Өфөгә «Хеҙмәт фиҙакәрлеге һәм дан ҡалаһы» тигән исем бирҙе. Был абруйлы баһаға баш ҡала өфөләрҙең фашист илбаҫарҙарына ҡаршы көрәштә күрһәткән ҡыйыулығы, хеҙмәт батырлығы, Ватан алдындағы ҙур ҡаҙаныштары өсөн лайыҡ булды[11].
Remove ads
Административ ҡоролошо

Өфө ете административ райондан тора:
Киров һәм Октябрь райондары составында анклавтар бар.
Өфө ҡалаһының ер бүлеү һәм ҡулланыу ҡәғиәләре буйынса ҡала зоналарға буленә:
- Өфө үҙәге;
- Иҫке Өфө;
- Кузнецов Затоны;
- Нижегородка;
- Затон;
- Дим промзонаһы;
- Дим;
- Черниковка — Тимашево — Максимовка;
- Фёдоровка — Нагаево;
- Кооператив яланы — Башҡортостан сәскәләре;
- Төньяҡ промзона;
- Лихачёв промзонаһы;
- Шакша промзона;
- Шакша — Базилевка;
- Инорс;
- Октябрь Проспекты районы — Глумилино — Сипайлово;
- Галле ҡалаһы урамы районы;
- Сутолока районы.
Рәсми булмаған райондар: Аэропорт, Глумилино, Дёма, Затон, Зелёная Роща, Инорс, Молодёжный, Нижегородка, Новостройка, Октябрь Проспекты, Сипайлово, Иҫке Өфө, Өфө үҙәк, Черниковка, Шакша.
Мәғариф һәм фән
Юғары уҡыу йорттары
Федераль дәүләт юғары уҡыу йорттары
Өфөлә 8 юғары федераль дәүләт уҡыу йорто һәм уларҙың 8 филиалы бар.
Юғары федераль дәүләт уҡыу йорттары
- Башҡорт дәүләт университеты
- Өфө дәүләт авиация техник университеты
- Башҡорт дәүләт медицина университеты
- Өфө дәүләт нефть техник университеты
- Башҡорт дәүләт аграр университеты
- М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты
- Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт академияһы
- Рәсәй Федерацияһы Эске эштәр министрлығы янындағы Өфө юридик институты
Юғары федераль дәүләт уҡыу йорттарының филиалдары
Башҡа юғары уҡыу йорттары
- Рәсәй ислам университеты
- Башҡортостан Республикаһы Президенты янындағы Башҡорт дәүләт хеҙмәте һәм идаралығы академияһы. 2015 йылдан бюджет уҡыу юҡ.
Remove ads
Иҡтисады
Өфө сәнәғәте XIX быуатта булдырыла. XIX быуатта тире һәм күн эшкәртеү заводтары һаны 10-дан ашып китә.
1870 йылда Ағиҙел буйынса регуляр судоходствоһы асылыу, 1888—1892 йылдарҙа Һамар-Златоуст (хәҙерге Куйбышев тимер юлы өлөшө) тимер юлын төҙөү ҡаланыӊ иҡтисадын күтәрә.
1920-сы йылдарҙа Өфө сәнәғәт комбинаты сафҡа индерелә.
Финанc, инвестиция компаниялары һәм банктар
- Рәсәй Һаҡлыҡ Банкының Урал банкыһы Башҡортостан бүлексәһе
- Финам филиалы
- Система АФКһы — рәсәй финанс-сәнәғәт төркөмө
Элемтә һәм информацион технологиялар
- Мобиль ТелеСистемалар
- Ростелеком бүлексеһе
Төҙөлөш
- Росевродеволпмент
Машиналар төҙөү сәнәғәте

- Өфө моторҙар эшләү производство берекмәһе
- Өфө авиация производство берекмәһе
Нефть, нефть химияһы һәм химия сәнәғәте
- «Өфө нефть эшкәртеү заводы» ААЙ (Башнефть);
- «Новойл» (элеккке Яңы -Өфө нефть эшкәртеү заводы) ААЙ (Башнефть);
- «Өфөоргсинтез» ААЙ (Башнефть);
- «Өфөнефтехим» ААЙ (Башнефть);
- «БашНИПИнефть» ғилми-тикшеренеү һәм проектлау институты (Башнефть);
- «Башкирнефтепродукт» ААЙ (Башнефть);
- «Өфөнефть» Нефть-газ эшкәртеү идаралығы (НГДУ) (Башнефть);
- Өфө буяуҙар заводы, ААЙ-ы;
- Өфө эластомер материалдар һәм конструкциялар заводы, ААЙ-ы (УЗЭМИК);
- «Уралтранснефтепродукт» йәмғиәте, Транснефть;
- «Черняев исемендәге Уралсибнефтепровод» йәмғиәте, Транснефть;
- Газпром трансгаз Өфө, Яуаплығы сикләнғән йәмғиәте (2008 йылға тиклем «Баштрансгаз») — Газпромдын 100 % ойошмаһы.
Энергетика
Торлаҡ-коммуналь һәм инфраструктура ойошмалары
Өфө водоканалы — дәүләт унитар предприятиеһы, Өфөләрҙе һыу менән тәьмин итеүсе ойошма.
Составында:
- 7 һыу алыу пункты, дөйөм ҡәүете 611 мең.м³/тәүлегенә;
- һыу әҙерләү станцияһы;
- 15 һыупровод насос станцияһы (1, 2, 3 күтәрелештәр);
- 2 һыуҙы биологик таҙартыу пункты, дөйөм ҡәүете 400 мең.м³/тәүлегенә;
- 25 ташландыҡ һыуҙы һурҙырыу насос станцияһы;
- 2400 км һыу һәм канализация юлдары.
Полиграфия сәнәғәте
- Башҡортостандың Зәйнәб Биишева исемендәге «Китап» нәшриәте — нәфис, ғилми-популяр, педагогик, балалар өсөн, мәҙәни-ағартыу, тыуған яҡты өйрәнеү әҙәбиәтен, POS-материалдар һәм һынлы сәнғәт тауарҙарын сығарыусы берләштерелгән дәүләт ойошмаһы.
- «Белая река» нәшриәте
Сауҙа селтәре
- Auchan Holding (Оша́н, Ашан)
Remove ads
Транспорт
- Башавтотранс ДУПы.
- Рәсәй тимер юлдары Куйбышев тимер юлының Башҡортостан бүлексеһе.
- Өфө тимер юлы вокзалы — Өфө ҡалаһының алыҫ ара һәм ҡала яны бәйләнеше поездары пассажирҙарын хеҙмәтләндереүсе вокзал. 1888 йылда яңы төҙөлгән Һамар-Өфө тимер юлының Өфө станцияһы булараҡ асылған. Кинәле-Өфө-Златоуст (Куйбышев һәм Көньяҡ Урал тимер юлдары ҡарамағында, Башҡортостан Республикаһында 410 км). Дөйөм йүнәлеше — көнбайыштан көнсығышҡа. Йәрмәкәй, Бәләбәй, Әлшәй, Дәүләкән, Шишмә, Өфө, Иглин райондары аша үтә. Рәсәйҙең Европа өлөшө, Волга буйы, Урал һәм Көнбайыш Себер сәнәғәт үҙәктәрен тоташтыра. Башҡортостан Республикаһының төп транспорт магистралдәренең береһе. 1951 йылда Ағиҙел аша икенсе 6 тороҡло күпер, 1952 йылда Өфө аша 3 тороҡло күпер төҙөү тамамлана. Электрлаштырылған.
Өфө тимер юл вокзалынан китеүсе ҡала яны поездары ваҡыты
Дим станцияһы яғына
Иглин станцияһы яғына
Remove ads
Ағиҙел аша көньяҡ күпер
Өфөлә беренсе күпер Ағиҙел аша көньяҡ йүнәлештә 1795 йылда ағастан төҙөлгән.
1924 йылда (плашкоут ҡулланып) яңы күпер төҙөлә.
1956 йылда Е. С. Уланов проекты буйынса 670 м оҙонлоҡтағы күпер төҙөлә.
1993 йылда 690 м оҙонлоҡтағы тағы бер күпер төҙөлә.
Халҡы
250 000
500 000
750 000
1 000 000
1 250 000
1 500 000
1811
1879
1916
1939
1967
1979
1990
1995
2000
2005
2010
2015
(2016)
Remove ads
Һәйкәлдәр
Өфөләге һәйкәлдәр исемлеге.
- «Ҡайғылы әсә» мемориалы (Өфө)
- Феликс Дзержинскийға,
- Александр Матросов —- Мөхәмәтйәнов Шәкирйән Юныс улына,
- Мәжит Ғафуриға,
- Фёдор Шаляпинға,
- М. Аҡмуллаға,
- Заһир Исмәғилевҡа,
- Салауат Юлаевҡа
- Дуҫлыҡ монументы
Октябрь революцияһы һәм граждандар һуғышы батырҙарына һәйкәл
Октябрь революцияһы һәм граждандар һуғышы батырҙарына һәйкәл — Өфөнөң Минһажев, 8-се март, Октябрҙең 50 йыллығы урамдары араһында 1975 йылда ҡуйылған скульптура монументы.
Бейеклеге — 12 м, ауырлығы — 95 тонна.
Авторҙары: скульптор — Кузнецов Л. В., архитектор — Семёнов А. В., инженер-конструктор — Коткин А.
1978 йылда ошо эше өсөн Л. В. Кузнецовҡа Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы бирелде.
- Октябрь революцияһы һәм граждан һуғышы батырҙарға һәйкәл арттан.
Заһир Исмәғилев һәйкәле
Заһир Исмәғилев һәйкәле 2008 йылда ҡуйыла. Скульпторы — Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Хәбибрахманов, Хәниф Мирзәғит улы. Архитекторы — Сергей Анатольевич Голдобин, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты.
«Ете ҡыҙ» композицияһы
«Ете ҡыҙ» скульптур композицияһы 2015 йылда ҡуйыла. Скульпторы - Башҡортостан Республикаһының Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Хәбибрахманов, Хәниф Мирзәғит улы.
Мәсеттәр
Ләлә-тюльпан
- Ләлә-Тюльпан мәсете
Беренсе йәмиғ мәсете
Беренсе йәмиғ мәсете йәки Иҫке мәсет 1830 йылда асыла.
Мәҙәниәт
Һүрәт теҙмәһе
- Уралсиб банкыһының бинаһы. 1999 йылда төҙөлгән, бейеклеге 100 метрҙан ашыу.
- Республика Йорто.
- Ленин урамында йорт
- Башҡорт дәүләт академия драма театрында
- Ватан майҙаны
- Якутов паркы эсендәге күл
- Өфөләге Лимонарий
- Инорс биҫтәһендә православ ғибәҙәтханаһы
- Фёдор Шаляпин һәйкәле
- Ленин урамы
- Ҡаруанһарай
- Дим биҫтәһенә күренеш
- Медицина университеты янындағы аллея
- Дуҫлыҡ монументы янында Ағиҙел яр буйы
- Салауат Юлаев һәйкәленән Ағиҙел йылғаһына һәм Дим биҫтәһенә күренеш. Бөйөк рус Инженеры Николай Белелюбский проекты буйынса Өфөлә Aғиҙел аша беренсе металл конструкцияларҙан күпер, 1888 йылдын 8-се сентябрендә асылған.
- OpenStreetMap проектынан ҡала картаһы
Сит илдәрҙең Өфөләге консуллыҡтары
Төрлө ҡалалар менән бәйләнештәре
- 2017 йылдың мартында Өфө менән Сочи араһында дуҫлыҡ һәм хеҙмәттәшлек тураһында килешеүгә ҡул ҡуйыла. Был үҙ-ара файҙалы проекттар әҙерләүгә, иҡтисадтың өҫтөнлөклө тармаҡтарын, инвестиция һәм инновация эшмәкәрлеге өлкәһендә ике яҡлы мөнәсәбәттәрҙе үҫтереү буйынса тәжрибә алмашыуға булышлыҡ итәсәк. Шулай уҡ килешеү бәләкәй эшҡыуарлыҡ үҫешенә, мәҙәниәт һәм йәштәр сәйәсәте өлкәһендәге бәйләнештәрҙе нығытыуға һәм үҫтереүгә ярҙам итәсәк[34].
Иҫкәрмәләр
Әҙәбиәт
Һылтанмалар
Wikiwand - on
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Remove ads