From Wikipedia, the free encyclopedia
РККА-ның Киев операцияһы (1920) — 1919—1921 йылдарҙағы Совет-поляк һуғышы барышында 26 май — 16 июнендә Ҡыҙыл Армияһы үткәргән һөжүм операцияһы. Операция украин йүнәлешендә Киев ҡалаһын азат итеү маҡсатында үткәрелә.
РККА-ның Киев операцияһы | |||
Төп конфликт: Совет-поляк һуғышы | |||
Дата | |||
---|---|---|---|
Урыны | |||
Нәтижә |
РККА-ның еңеүе | ||
Ҡаршы тороусылар | |||
| |||
Командирҙар | |||
| |||
Ҡаршы тороусы көстәр | |||
| |||
| |||
Поляк Ғәскәре (командующийы — маршал Ю. Пилсудский)
Барлығы — 69,1 пехотинец, 8,9 мең атлылар, 412 орудие, 1847 пулемёт.
Көньяҡ-Көнбайыш фронты (командующийы — Александр Егоров)
Деникин, Юденич һәм Миллер ғәскәрҙәрен тар-мар итеү Ҡыҙыл армия командованиеһына поляк йүнәлешенә бөтә көстәрҙе ташлау мөмкинлеген аса. Төньяҡ Двина-Березин участкаһында (Михаил Тухачевский командованиеһы аҫтында Көнбайыш фронты) артиллерия һәм бронепоездар менән 12 пехота дивизияһы туплана. 14 майҙа бөтә ошо армада дошман позицияларына атакаға күтәрелә. Уң флангта (60 километрлыҡ фронт участкаһында) алты пехота һәм бер кавалерия дивизияһы (барлығы 35,7 мең штык һәм 2,4 мең ҡылыс) менән 15-се армия хәрәкәт итә. Уға ҡаршы тик 3-сө һәм 5-се поляк батареялары ғына тора, 15-се армияның өҫтөнлөгө күҙгә күренерлек була. 19 майҙа үҙәк участкала 16-сы армия үҙенең һөжүмен башлай, әммә уңышһыҙ. 15-се армия өс йүнәлештә хәрәкәт итә, шуға күрә ресурстарҙың һибелеүе күҙәтелә. 27 майҙағы яңы һөжүм шулай уҡ тонсоға. 1 июндә 4-се һәм 1-се поляк армияһының частары 15-се армияға ҡаршы һөжүм башлайҙар һәм уны 8 июндә бик ауыр еңелеүгә дусар итәләр. Армия 12 мең яугирын (үҙенең составынан өстән бер өлөшөн) юғалта. 28 майҙа Бобруйск тирәһендә Познань 14-се пехота дивизияһының подразделениелары өр-яңы «Стенька Разин» исемле броневикты ҡулдарына төшөрәләр. Броневиктың исемен «Познанец» тип үҙгәртәләр һәм уны поляктар яғында ҡуллана башлайҙар.
Ошо уҡ ваҡытта көньяҡ участкала яңыраҡ булдырылған Александр Егоров етәкселегендәге Көньяҡ-Көнбайыш фронты хәрәкәт итә башлай. Поляк ғәскәрҙәре 25 апрелдә һөжүмдәрен башлайҙар, 6 майҙа Киевты баҫып алалар, 17 майға улар Чернобыль — Бровары — Белая Церковь — Липовец — Гайсин һыҙығында нығыналар. Фронт составына Семен Буденныйҙың 1-се Атлы армияһы индерелә (16,7 мең ҡылыс, 48 орудие, 6 бронепоезд һәм 12 самолет). 1920 йылдың 20 мартында уҡ РККА командованиеһы армияны Кавказдан поляк фронтына ташлау буйынса ҡарар сығара. Көньяҡ-Көнбайыш фронтының командованиеһы планы буйынса 1-се Атлы һәм 12-се армия дошмандың Киев төркөмөн ҡамап алырға һәм Фастов төркөмө менән берлектә уны ҡыйратырға тейеш була. 1-се Атлы армия алдына Бердичев һәм Казатин ҡалалары тирәһендәге райондарҙа төп һөжүм итеү, 12-се армия һәм Фастов төркөмө менән берлектә дошманды ҡыйратыу һәм Киевҡа һөжүмде башлау; 12-се армияға — төп көстәре менән Киевтан төньяғыраҡ Днепр йылғаһы аша сығыу, Бородянки ауылы, Тетерево станцияһы районында тимер юлын киҫеп үтеү; ҡалған частаргә — Киевты алыу һәм артабан Коростенгә табан хәрәкәт итеү; Фастов төркөмөнә — Белая Церковь торлаҡ пункты, Фастов тирәһендә 2-се поляк армияһының төп көстәрен үҙенә тарттырыу; 14-се армияға — Винница ҡалаһын һөжүмләү бурыстары ҡуйыла. 26 майҙа Ҡыҙыл армия ғәскәрҙәре һөжүмгә күсә[1].
Башҡорт айырым кавалерия бригадаһы (командиры — М. Л. Мортазин) 12-се армия составында ғәмәлдә була. Армияның Днепр йылғаһы аша сығырға тырышыуҙары башта һөҙөмтә бирмәй. 26 майҙа һәм 1 июндә Башҡорт кавалерия бригадаһы үҙенең алдынғы частарын Днепр йылғаһы аша сығыуын Сухолучье ауылы эргәһендә үткәрә, әммә дошмандың көслө артиллерия уты арҡаһында плацдармда нығына алмай һәм сигенергә мөжбүр була. 4 июндә 7-се уҡсылар дивизияһы менән берлектә йылғаны аша сығыу башҡорт атлыларының һөжүме менән тамамлана. Һөжүм һөҙөтәһендә поляк кавалерия полкы ҡыйратыла (командирҙары, штабы , 6 орудие, 15 пулемёт ҡулға алына). 6 июндә Пилява ауылы тирәһендә бригада дошмандың пехота полкын һәм кавалерия эскадронын тар-мар итә (400 кеше пленға төшөрөлә, 18 пулемёт, 2 артиллерия орудиеһы, 200 ат тартып алына). 7 июндә — Богданы ауылы азат ителә, 11 июндә — Зарудье ауылы, Тетерев станцияһы (бригада частары станция ҡарамағында булған тимер юлы линияһын һәм күперен юҡ итә) һәм Пенязявечи ауылын яулайҙар (һуғышһыҙ яҡынса 800 аҡ казактар пленға бирелә, 500 ат ҡулға төшөрөлә)[2].
Шул уҡ көндә поляктар Киевты ташлап китә. 12-се армияһы штабының начальнигы был ваҡиғала «Башҡорт бригадаһы Тетерев тимер юлын емереүе төп әһәмиәткә эйә» тип билдәләй.
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.