Украина
Көнсығыш Европала урынлашҡан дәүләт From Wikipedia, the free encyclopedia
Remove ads
Украи́на (укр. Україна [ukrɑˈjinɑ]) — Көнсығыш Европалағы дәүләт. 2001 йылдағы Бөтә Украина халыҡ иҫәбен алыу йомғаҡтары буйынса, илдәге даими йәшәүселәр һаны 48 240 902 кеше[11] һәм булған халыҡ 48 457 102 кеше тәшкил иткән[11]. Украинаның дәүләт статистика хеҙмәте мәғлүмәттәре күрһәтеүенсә, 2017 йылдың 1 февралендә илдә — 42 388 691 даими йәшәүсе һәм 42 558 328 иҫәпкә алынған кеше булған[12]. Украина Конституцияһына ярашлы[13] дәүләттең территорияһы — 603 549 км²[14], шул уҡ ваҡытта ил биләмәләренең бер өлөшө ғәмәлдә Украина властары контроленда түгел
. Халыҡ һаны буйынса донъяла 32-се,
майҙаны яғынан — 44-се (47-се) урында тора. Тотошлайы менән Европала урынлашҡан дәүләттәр араһында Украина иң ҙуры.![]()
Баш ҡалаһы — Киев. Дәүләт теле — украин; урыҫ теле киң таралған[5].![]()
Украина — унитар дәүләт һәм парламент-президент республикаһы. 2019 йылдың 20 майенән Президент — Владимир Александрович Зеленский.
Ил 27[15] административ-территориаль берәмеккә бүленгән, уларҙың 24-е — өлкә, 1 — автономиялы республика[15] һәм 2-һе — дәүләт ҡарамағындағы ҡала (Киев, Севастополь[15]).![]()
Төньяҡта Белоруссия, көнбайышта — Польша, Словакия һәм Венгрия, көньяҡ-көнбайышта — Румыния һәм Молдавия, көнсығышта һәм төньяҡ-көнсығышта — Рәсәй Федерацияһы менән сиктәш. Көньяҡтан һәм көньяҡ-көнсығыштан ил биләмәләрен Ҡара һәм Азов диңгеҙҙәре менән йыуыла. Румыния менән дәүләт сиге Ҡара диңгеҙ, Рәсәй менән Азов диңгеҙенән үтә. ![]()
Диндарҙарҙың күпселек өлөшө православие динен тота.![]()
Һатып алыу мөмкинлегенә тиңләп иҫәпләгәндә 2012 йылда эске тулайым продукты күләме АҠШ доллары менән 338,33 миллиард (кеше иҫәбенә 7 421 доллар) тәшкил иткән[16]. Шул уҡ йылда номиналь эске тулайым продукт 176,31 миллиард АҠШ доллары (кеше иҫәбенә 3 867 долларо)[16]. Илдең аҡса берәмеге — Украина гривнаһы (UAH), 2015 йылда уртаса валюта курсы — 1 АҠШ долларына 22 гривна.![]()
Совет Социалистик Республикалар Союзы төҙөлөү тураһындағы килешеүгә ярашлы 1922 йылдың декабренән бирле союздаш республика булған Украина ССР-ы 1991 йылдың 24 авгусында бойондороҡһоҙлоҡ иғлан итә. Бөгөн Украина — УССР-ҙы дауам итеүсе дәүләт, башҡа союздаш республикалар менән берлектә халыҡ-ара килешеүҙәр буйынса СССР-ҙың хоҡуҡ вариҫтарының[17], шулай уҡ БМО, БДБ, ГУАМ, ОЧЭС һәм башҡа халыҡ-ара ойошмаларҙы ойоштороусы илдәрҙең береһе. 1991 йылдан һуң һәм 1994—1996 йылдарға тиклем Украина АҠШ менән Рәсәйҙән ҡала күләме буйынса донъяла өсөнсө урындағы стратегик ядро ҡоралына эйә була[18].
Remove ads
Физик-географик характеристика
Географик урыны

Украина Европаның көньяҡ-көнсығыш өлөшөндә, Көнсығыш Европа тигеҙлеге эсендә урынлашҡан[19]. Дәүләттең бөгөнгө конституцион ҡоролошона ярашлы, уның территорияһы 603 628 км², был Европа биләмәләренең 5,7 процентын һәм Ер шары майҙанының 0,44 процентын тәшкил итә. Тотошлайы менән Европала урынлашҡан илдәр араһында ҙурлығы яғынан беренсе урында тора[К 1]).
Ҡырым ярымутрауы һәм Донецк менән Луганск өлкәләренең айырым райондары өҫтөнән фактик контролде Украина 2014 йылдан юғалта. Ҡырымдың бөтә территорияһын тиерлек ғәмәлдә Рәсәй, ә Донецк һәм Луганск өлкәләренең айырым райондарын үҙаллылыҡ иғлан иткән Донецк һәм Луганск халыҡ республикалары контролдә тота.
Remove ads
Иҫкәрмәләр
Әҙәбиәт
Һылтанмалар
Wikiwand - on
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Remove ads
