иртәнге аш, икенсе блюдолар, ҡамыр аштары төрҙәре From Wikipedia, the free encyclopedia
Косово кухняһы (албанса: Kuzhina kosovare, сербса: Косовска кухиња, Косовска kuhinja) әйләнә тирәләге илдәр (Черногория, Көньяҡ Сербия, Албания, Төньяҡ Македония) кухняларына оҡшаш. Кухня төрөк һәм албан кухнялары йоғонтоһонда була. Был кухняларҙың бөтәһендә лә булған блюдолар: бурек, бәлештәр, шешлек, суджук, бәләкәй колбасалар, үткәрелгән ит тултырылған борос, һарыҡ ите, фасоль, сарма, бирьяни, пите һәм дөгө[1]. Һәр төбәк кухняһының үҙ үҙенсәлектәре бар.
Косово кухняһы | |
Дәүләт | Косово |
---|---|
Косово кухняһы Викимилектә |
Икмәк һәм һөт ризыҡтары Косово кухняһында иң мөһим аҙыҡ булып тора. Блюдоларҙа һөт ризыҡтарынан һөт, кефир, айран, спред, сыр һәм ҡаймаҡ киң ҡулланыла. Косовола ит (һыйыр, һарыҡ һәм тауыҡ иттәре), фасоль, дөгө һәм борос — төп диетик ризыҡтар. Йәшелсә миҙгелгә ҡарап ҡулланыла. Ҡағиҙә булараҡ, бында ҡыяр, помидор һәм кәбеҫтәне маринадлайҙар[2]. Үләндәр, ҡара борос, ҡыҙыл борос популярлыҡ менән файҙалана[3].
Йыл миҙгеленә ҡарап, кухня ла үҙгәрә. Киң таралған блюдолар: бурек, бәлештәр, шешлек, бәләкәй колбасалар, үткәрелгән ит тултырылған борос, һарыҡ ите, фасоль, сарма, дөгөнән блюдалар һәм башҡалар. Көндәлек кухняла мотлаҡ һөт ризыҡтары була. Йышыраҡ ҡулланылғандары: һөт, йогурт, айран, спредтар, сыр и ҡаймаҡ. Ҡышын Косовола тоҙланған йәшелсә һәм айвар (эҫе йәки йомшаҡ ҡыҙыл борос) йышыраҡ ҡулланыла.
Иртәнге аш Косовола ябай һәм йыш ҡына икмәк менән сыр, айвар йәки һөтлө омлеттан тора.
Косовола бәлештәрҙең бихисап төрөн бешерәләр:
Салаттарҙың күбеһе тиҙ һәм ябай ғына итеп эшләнә. Салатҡа һалына торған ғәҙәти ингредиенттар: помидор, һуған, һарымһаҡ, борос, ҡыяр, картуф, кәбеҫтә, салат, кишер һәм фасоль. Салат төрҙәре:
Туҡланыуҙа ҡурылған балыҡ йыш ҡулланыла — һыла һәм һаҙан. Гарниры һарымһаҡ, лавр япрағы, помидор һәм петрушканан тора. Һаҙан балығының башы төп ҡунаҡҡа бирелә[12].[13]
Традицион десерттар йыш ҡына шәкәр һәм лимон йәки ваниль ҡушып әҙерләнелә [14].[15] Десерттар:
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.