Серб теле
көньяҡ славян теле, лингвистар уны ховат теленә яҡын тиҙәр From Wikipedia, the free encyclopedia
Remove ads
Серб теле (сер. српски језик / srpski jezik) — славян телдәренең береһе. болғар, македон, словен, черногор, хорват һәм босний телдәре менән бер рәттән Көньяҡ славян төркөмсәһенә ҡарай. Һуңғы өс телде йыш ҡына серб теле менән берләштерәләр (серб-хорват теле); был осраҡта һәр береһен айырым алғанда серб, хорват, черногор һәм босний телдәре серб-хорват теленең[2][3] региональ варианты тип һанала. Серб теленең хорват, черногор һәм босний телдәренән айырмаһы теҙмәһе — серб-хорват теле битендә.
Remove ads
Социолингвистик мәғлүмәттәр
Сербияла һәм Черногорияла (2006 й. саҡлы дөйөм конфедератив дәүләт булып торғандар), Хорватияның айырым көнсығыш райондарында, шулай уҡ Серб Республикаһының босний регионында серб телендә һөйләшәләр. Һөйләшеүселәр һаны — 11 млн кешегә яҡын. Һөйләшеүселәрҙең күпселеге — православ динле сербтар.
Яҙмаһы
Серб телендә яҙма сифатында ике алфавит файҙаланыла: кириллицаға нигеҙләнгәне («вуковица») һәм латиницаға нигеҙләнгәне («гаевица»). Сербия һәм Черногорияла СФРЮ булған периодта кириллица и латиница параллель өйрәнелгән, әммә кириллица Сербияла ҡулланылышта өҫтөнлөк алған һәм Черногорияның берҙән-бер алфавиты булған. Боснияла, киреһенсә, латиница йышыраҡ ҡулланылған. Хәҙерге Сербияла кириллица берҙән-бер рәсми яҙма булған (2006 й. статусы законлы рәүештә нығытылған), шулай ҙа латиница рәсми осраҡта ғына түгел, көндәлек тормошта ла йыш ҡулланылған. Һәр береһендә 30-ар хәреф бар; бер алфавит хәрефе менән икенсе алфавит хәрефе мәғәнә буйынса тап килә (ләкин, латин диграфтары бик һирәк кенә кириллица алфавитындағы айырым хәрефтәр парҙарына тура килгәнлектән, тексты тик бер яҡҡа ғына ябай автоматик үҙгәртеү мөмкин: конјункција, поджупан).
Ҡайһы бер серб курсив һәм ҡулъяҙма хәрефтәре (бәләкәй - г, д, п, т, баш - Б, Д, Н, «Граждан яҙмаһы» мәҡәләһен ҡара), кириллица нигеҙендә төҙөлгән хәҙерге алфавиттар менән сағыштырғанда, ғәҙәттә икенсе төрлөрәк яҙыла. Әммә был киң таралған компьютер баҫма системалары тарафынан кире ҡағыла: кириллица курсивы тик «урыҫ» яҙылышында бирелә.
Серб алфавиты
Хәрефтәр кирилл алфавиты вариантында тәртипкә һалынған.
Remove ads
Һылтанмалар
- Srpski jezik i njegove varijante (kovceg.tripod.com) (серб.)
- Naziv jezika (pescanik.net) (хорв.)
- Мастерская сербского языка и культуры 2011 йыл 14 октябрь архивланған. (srpskijezik.edu.rs)
- Английско-Сербский словарь 2009 йыл 23 май архивланған.
- Вокабулар. 2021 йыл 11 февраль архивланған. Српски речник. 2021 йыл 11 февраль архивланған.
Wikiwand - on
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Remove ads