From Wikipedia, the free encyclopedia
Леонтьев Алексей Фёдорович (27 март 1917 йыл — 14 апрель 1987 йыл) — ғалим-математик. 1971—1987 йылдарҙа СССР Фәндәр академияһы Башҡортостан филиалы Физика һәм математика бүлегенең сектор мөдире, бер үк ваҡытта Башҡорт дәүләт университеты уҡытыусыһы, функциялар теорияһы һәм функциональ анализ кафедраһы мөдире. СССР Фәндәр академияһының мөхбир ағзаһы (1970), физика-математика фәндәре докторы (1948), профессор (1949). Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1975). СССР-ҙың дәүләт премияһы лауреаты (1989, үлгәндән һуң). Октябрь Революцияһы (1987) һәм Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1975) ордендары кавалеры.
Алексей Фёдорович Леонтьев | ||||
Файл:AFLeontiev.jpg | ||||
Тыуған көнө | ||||
---|---|---|---|---|
Тыуған урыны |
Түбәнге Новгород өлкәһе, Яковцево ауылы, Рәсәй империяһы | |||
Вафат көнө | ||||
Вафат урыны |
Өфө, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР | |||
Ил |
СССР | |||
Ғилми даирәһе | ||||
Эшләгән урыны |
Н. И. Лобачевский исемендәге Түбәнге Новгород дәүләт университеты, МЭИ, Башҡорт дәүләт университеты | |||
Альма-матер |
Горький дәүләт университеты | |||
Ғилми дәрәжәһе |
фән докторы;(1948) | |||
Ғилми исеме |
СССР Фәндәр академияһының мөхбир ағзаһы (1970) | |||
Ғилми етәксеһе |
СССР ФА мөхбир ағзаһы А. О. Гельфонд | |||
Уҡыусылары |
В. В. Напалков, В. П. Громов, Ю. Н. Фролов | |||
Награда һәм премиялары |
| |||
Алексей Фёдорович Леонтьев[1] 1917 йылдың 27 апрелендә Түбәнге Новгород губернаһының Яковцево ауылында тыуған. Ҙур крәҫтиән ғаиләһендә ун өсөнсө бала була.
Атаһы Федор Харитонович 1927 йылда мәрхүм була. Бер аҙҙан әсәһе Надежда Ивановна ла донъя ҡуя. Балаларҙы ағайҙары һәм апайҙары ҡарап үҫтерә.
1929 йылда Алексей Федорович беренсе баҫҡыс ауыл мәктәбен тамамлай һәм уҡыуын Дзержинск ҡалаһында, унан һуң Горький ҡалаһында дауам итә.
1939 йылда Горький дәүләт университетын тамамлай. Унан һуң аспирантурала уҡый (ғилми етәксеһе — профессор И. Р. Брайцев). 1941 йылда Алексей Фёдорович халыҡ ополчениеһына инә һәм Горький ҡалаһы тирәләй оборона ҡоролмалары төҙөүҙә ҡатнаша, ә 1942 йылда «Дифференциаль-төрлөлөклө тигеҙләмәләр» темаһына кандидатлыҡ диссертацияһын яҡлай. Артабан ул Козьмодемьянск ҡалаһында Мари педагогия институтында эшләй, математиканан лекциялар уҡый.
1942—1954 йылдарҙа Горький университетында уҡыта. 1945 йылда А. Ф. Леонтьев СССР ФА В. А. Стеклов исемендәге Математика институтының докторантураһына инә (ғилми етәксеһе — СССР ФА мөхбир ағзаһы А. О. Гельфонд).
1948 йылда Горький университетында «Дирихле полиномдары рәттәре тарафынан билдәләнгән функциялар класы тураһында» тигән темаға докторлыҡ диссертацияһын яҡлай.
1948—1954 йылдарҙа Горький университетында юғары математика кафедраһы мөдире.
1954—1962 йылдарҙа Мәскәү энергетика институтының математика кафедраһы мөдире, МЭИ-ҙың юғары математика буйынса махсус курсы кафедраһы мөдире.
1962—1971 йылдарҙа СССР ФА В. А. Стеклов исемендәге Математика институтында өлкән ғилми хеҙмәткәр, бер үк ваҡытта МЭИ-ҙа уҡыта.
1971 йылдан СССР ФА БФ Физика һәм математика бүлексәһенең функциялар теорияһы секторы мөдире, Башҡорт дәүләт университетының математика факультетында кафедра мөдире.
Уның етәкселеге аҫтында Өфөлә комплекслы үҙгәреүсәндең функциялары теорияһы буйынса математик фәнни мәктәп формалаша.
А. Ф. Леонтьевтың фәнни эшмәкәрлек даирәһе: комплекслы үҙгәреүсәндең функциялары, экспоненталар полиномдарының эҙмә-эҙлелеге, күсәрҙә свёртка тигеҙләмәләрен сисеү һәм комплекслы өлкәлә элементар сиселештәр ярҙамындағы аппроксимация мәсьәләләре, сикһеҙ тәртиптәге тигеҙләмәләр теорияһы. Уның тарафынан математиканың экспоненталар полиномдары эҙмә-эҙлелектәренең үҙенсәлектәрен тикшереү йүнәлеше барлыҡҡа килтерелә, ирекле аналитик функцияларҙың экспоненталар рәттәре менән вәкәләтле булыуы теорияһы эшләнә.
Алексей Фёдорович квазианалитик дауамлылыҡ теорияларын иҫбатлай, дифференциациялауға ҡарата вариантһыҙ ярҙамсы арауыҡтарҙың спектраль синтезы мәсьәләләрен өйрәнә.
Горькийҙа, Мәскәүҙә һәм Өфөлә бик күп уҡыусылар әҙерләй, уларҙың утыҙ бише — фән кандидаты, һигеҙе фән докторы булып китә.
Алексей Федорович Леонтьев Мәскәүҙә Кунцево зыяратында ерләнә.
А. Ф. Леонтьев — 120-нән ашыу фәнни хеҙмәт[2], шул иҫәптән 3 монография авторы.
А. Ф. Леонтьев 1962 йылда В. А. Стеклов исемендәге Математика институты тарафынан «Русско-английский словарь математических терминов» һәм «Англо-русский словарь математических терминов» баҫмаларын нәшер итеүгә әҙерләүҙә ҡатнаша.
Башҡорт дәүләт университетында математика факультеты студенттары өсөн — А. Ф. Леонтьев исемендәге стипендия, ә Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы тарафынан математика өлкәһендәге күренекле хеҙмәттәр өсөн СССР ФА мөхбир ағзаһы А. Ф. Леонтьев исемендәге премия булдырылған. Ул дүрт йылға бер тапшырыла.
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.