From Wikipedia, the free encyclopedia
Логинов Евгений Фёдорович (10 (23) октябрь 1907 йыл — 7 октябрь 1970 йыл) — хәрби эшмәкәр, авиация маршалы (1967), СССР-ҙың атҡаҙанған осоусыһы. КПСС Үҙәк Комитеты ағзаһы (1967—1970). СССР-ҙың 7-се саҡырылыш Юғары Советы депутаты (1966—1970).
Логинов Евгений Фёдорович | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ | СССР |
Хеҙмәт итеүе | СССР |
Тыуған көнө | 23 октябрь 1907 |
Тыуған урыны | Хельсинки, Южнофинляндское агентство регионального управления[d], Финляндия |
Вафат булған көнө | 7 октябрь 1970 (62 йәш) |
Вафат булған урыны | Мәскәү, СССР |
Ерләнгән урыны | Новодевичье зыяраты[d] |
Һөнәр төрө | сәйәсмән |
Биләгән вазифаһы | СССР Юғары Советы депутаты[d] |
Уҡыу йорто | Борисоглебский учебный авиационный центр подготовки лётного состава им. В. П. Чкалова[d] |
Сәйәси фирҡә ағзаһы | Советтар Союзы Коммунистар партияһы |
Ҡатнашыусы | КПСС-тың ХХ съезы[d] һәм КПСС-тың XXII съезы[d] |
Хәрби звание | Маршал ВВС[d] һәм маршал рода войск[d] |
Командалыҡ иткән | 2-й гвардейский авиационный корпус авиации дальнего действия[d], 16-я воздушная армия[d] һәм Аэрофлот[d] |
Һуғыш/алыш | Бөйөк Ватан һуғышы |
Ғәскәр төрө | СССР хәрби-һауа көстәре[d] һәм гражданская авиация[d] |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре | |
Логинов Евгений Фёдорович Викимилектә |
Евгений Фёдорович Логинов 1907 йылдың 10 (23) октябрендә Гельсингфорс ҡалаһында (хәҙер Хельсинки) тыуа.
Ҡыҙыл Армияла 1926 йылдың февраленән[1]. Шул уҡ йылда — Ленинградта Осоусыларҙың хәрби-теоретик мәктәбен, 1928 йылда Борисоглебскиҙа Осоусыларҙың хәрби мәктәбен тамамлай. Хеҙмәтен Ленинград хәрби округының 1-се авиация бригадаһы 58-се авиаэскадрильяһында башлай, кесе летчик, өлкән осоусы, звено командиры була. 1931 йылдың майынан — Ленинград хәрби округы Хәрби-Һауа көстәренең 3-сө авиация бригадаһы 57-се авиаэскадрилья карабы командиры. 1931 йылдың июненән — Балтик диңгеҙенең Диңгеҙ көстәренең 87-се айырым авиация отряды инструкторы һәм командиры. 1932 йылдың октябренән — Мәскәү хәрби округы Хәрби-Һауа көстәренең 28-се авиабригадаһы 112-се эскадрильяһы авиаотрядының командиры, 1938 йылдың апреленән — ошо эскадрилья командиры. 1938 йылдың сентябренән — 1-се Айырым Ҡыҙыл Байраҡлы Алыҫ көнсығыш армияһы Хәрби-Һауа көстәренең 5-се авиация бригадаһының осоу техникаһы буйынса инспекторы, 1938 йылдың ноябренән — ошо авиабригада командиры ярҙамсыһы. 1940 йылдың сентябренән — Ивановола РККА ВВС-ының 2-се юғары хәрби штурмандар мәктәбе начальнигы ярҙамсыһы. 1941 йылдың авгусынан 1945 йылға тиклем немец-фашист илбаҫарҙарына ҡаршы һуғыша.
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.