Мао Цзэдун
From Wikipedia, the free encyclopedia
Ма́о Цзэду́н (ҡытайса |毛澤東|毛泽东|Máo Zédōng|Мао Цзэдун, Уэйд-Джайлз: Mao Tse-Tung ; 26 декабрь 1893 йыл, Шаошань — 9 сентябрь 1976 йыл, Пекин) — XX быуатта Ҡытай дәүләт һәм сәйәси эшмәкәре, маоизм тәғлимәте теоретигы.
Мао Цзэдун ҡытайса.毛澤東 | ||||
| ||||
---|---|---|---|---|
20 март 1943 — 9 сентябрь 1976 | ||||
Алдан килеүсе: | вазифа булдырыла | |||
Дауамсы: | Хуа Гофэн | |||
| ||||
27 сентябрь 1954 — 27 апрель 1959 | ||||
Вице-президент: | Чжу Дэ | |||
Алдан килеүсе: | вазифа раҫлана; ул үҙе ҠХР халыҡ хөкүмәте рәйесе | |||
Дауамсы: | Лю Шаоци | |||
Дине: | атеизм | |||
Тыуған: | 26 декабрь 1893({{padleft:1893|4|0}}-{{padleft:12|2|0}}-{{padleft:26|2|0}}) Шаошань, Хунань, Цин империяһы | |||
Үлгән: | 9 сентябрь 1976({{padleft:1976|4|0}}-{{padleft:9|2|0}}-{{padleft:9|2|0}}) (82 йәш) Пекин, ҠХР | |||
Ерләнгән: | Мао Цзэдун мавзолейы, Пекин | |||
Исеме: | ҡыт. 毛澤東 | |||
Атаһы: | Мао Женьшэн | |||
Әсәһе: | Вэнь Цимэй | |||
Ҡатыны: | 1) Ян Кайхуэй 2) Хэ Цзычжэнь 3) Цзян Цин | |||
Балалары: | Мао Аньин[1][2][3] Мао Аньцин[d][1][2][3] Мао Аньлун[d][2] Ян Юэхуа[d] Ли Минь[d][4] Ли На[d][4] | |||
Партия: | Ҡытай Коммунистар партияһы | |||
Белеме: | Дуншаньская старшая школа[d] Первая старшая школа Сянсяна[d] Первая старшая школа Чанши[d] Первый университет Хунани[d] | |||
Автограф: | ||||
Мао Цзэдун йәш сағында уҡ Ҡытай коммунистар партияһына (ҠКП) инә, 1930 йылдарҙа Цзянси провинцияһында коммунистар ҡулындағы районда етәксе була. Ҡытай өсөн айырым коммунистик идеология зарур тигән ҡарашта була. 1934—1936 йылдарҙа коммунистар Үҙәк Ҡытайҙан, Гоминьдан армияһы ҡамауынан, үҙҙәре өсөн хәүефһеҙерәк төньяҡ районға сыға. Ошо тарихҡа «Бөйөк поход» атамаһы менән инеп ҡалған ваҡиғанан һуң, Мао Цзэдун Ҡытай коммунистар партияһы етәксеһе урынын ала.
Генералиссимус Чан Кайши ғәскәрен еңгәндән һуң, (СССР яғынан хәрби, материаль, консультатив хәл иткес ярҙам була), 1949 йылдың 1 октябрендә Ҡытай Халыҡ Республикаһы барлыҡҡа килгәндән алып, ғүмеренең һуңғы көнөнә тиклем (09.09.1976) ил етәксеһе була.
1943 йылдан алып ғүмер ахырына тиклем Ҡытай компартияһы рәйесе, шулай уҡ 1954—1959 йылдарҙа Ҡытай Халыҡ Республикаһы рәйесе вазифаһын башҡара. Бер нисә яңғырыуыҡлы компания үткәрә. Шуларҙың иң билдәлеһе — «Киҫкен күтәрелеш» һәм «Мәҙәни революция» (1966—1976).
Мао Цзэдун хакимлыҡ иткән йылдар ҡапма-ҡаршылыҡлы була. Бер яҡтан — уның етәкселегендә илде индустриалләштереү үтә һәм ярлы ҡатламдың матди кимәле күтәрелә. Икенсе яҡтан — иң ҡоласлы репрессиялар үткәрелә, Маоның шәхес культы хөкөм һөрә. Был рәхимһеҙлек капиталистик илдәрҙә генә түгел, социализм илдәрендә лә тәнҡитләнә.