Киҫкен күтәрелеш
From Wikipedia, the free encyclopedia
Киҫкен күтәрелеш (ҡыт. трад. 大躍進, упр. 大跃进, пиньинь: Dàyuèjìn, палл.: Даюэцзинь. Юғалтыу) — 1958 йылдан 1960 йылға тиклем Ҡытайҙа индустриаль базаны нығытыуға һәм ил иҡтисадының киҫкен күтәрелешенә, шул уҡ ваҡытта ҡытай халҡы өсөн донъяуи фажиғәле эҙемтәләргә килтергән иҡтисади һәм сәйәси кампания. Был ваҡытта Ҡытай 90 процентҡа аграр ил була, уға модернизациялау бик талап ителә. Мао Цзэдун етештереүсе көстәрҙең марксистик теорияһы ярҙамында Киҫкен күтәрелеш сәйәсәтен уйлап таба. Әммә иҡтисади үҫеште киҫкен коллективизация юлы менән көсәйтеү һәм һөнәрселекте энтузиазм менән алмаштырыу, шулай уҡ ауыл хужалығы өлкәһендә дөрөҫ булмаған ҡарарҙар ҡабул итеү һәләкәткә килтерә: 20 — 40 млн кешенең үлеме Киҫкен күтәрелеш эҙемтәһе булып тора, һәм ул XX быуаттың ғәйәт ҙур социаль һәләкәте була (Икенсе донъя һуғышын иҫәпкә алмағанда).
Киҫкен күтәрелеш | |
ҡыт. 大跃进 ҡыт. 大跃进 | |
Дәүләт | Ҡытай |
---|---|
Булдырыусы | Мао Цзэдун |
Башланыу датаһы | февраль 1958[1] |
Тамамланыу датаһы | 1962 |
Киҫкен күтәрелеш Викимилектә |