Милли олимпия комитеты
халыҡ-ара олимпия хәрәкәтендә ҡатнашҡан илдең вәкиллекле ойошмаһы / From Wikipedia, the free encyclopedia
Милли олимпия комитеты (рус. Национальный олимпийский комитет, НОК) — халыҡ-ара олимпия хәрәкәтендә ҡатнашҡан илдең вәкиллекле ойошмаһы. Илдәге олимпия хәрәкәтенең етәксе органы. Илдең Милли олимпия комитеты Халыҡ-ара олимпия комитеты (МОК) тарафынан рәсми танылһа ғына, был ил Олимпия уйындарында ҡатнашырға хоҡуҡлы була. Милли олимпия комитеты составына олимпия спорт төрҙәренең 5 милли федерацияһы инһә генә, был милли олимпия комитеты рәсми таныла ала. Һәр Милли олимпия комитеты үҙе урынлашҡан ҡитғаның Милли олимпия комитеттары ассоциацияһына (АНОК) инә:
Ассоциация | Акроним | Донъя картаһында | |
---|---|---|---|
Африканың милли олимпия комитеттары ассоциацияһы | АНОКА | Африка | |
Панамерика спорт ойошмаһы | ПАСО | Америка | |
Азияның олимпия советы | ОСА | Азия | |
Европа олимпия комитеттары | ЕОК | Европа | |
Океанияның милли олимпия комитеттары | НОКО | Океания |
Милли олимпия комитеты | |
Ҡыҫҡаса атамаһы | NOK[1] |
---|---|
Милли олимпия комитеты Викимилектә |
Милли олимпия комитеттары кәм тигәндә ике йылға бер тапҡыр Милли олимпия комитеттары ассоциацияһы сиктәрендә халыҡ-ара олимпия хәрәкәтендәге эш-ғәмәлдәрҙе көйләү һәм туплау йәһәтенән тәжрибә уртаҡлашыу маҡсатында бергә йыйыла.