From Wikipedia, the free encyclopedia
Мостафа III (ғосман. Mustafâ — i sâlis, төр. Üçüncü Mustafa; 28 ғинуар 1717, Топҡапы, Истанбул, Ғосман империяһы — 21 ғинуар 1774, шунда уҡ) Ғосман империяһы солтаны, 1757 йылдан 1774 йылға тиклем хакимлыҡ итә. Солтан Әхмәт III улдары.
Мостафа III | ||
مصطفى ثالث - Mustafâ-i sâlis | ||
| ||
---|---|---|
Алдан килеүсе: | Ғосман III | |
Дауамсы: | Әбделхәмит I | |
Дине: | Ислам | |
Тыуған: | 28 ғинуар 1717 Топҡапы, Истанбул, Ғосман империяһы | |
Үлгән: | 21 ғинуар 1774 Топҡапы, Истанбул, Ғосман империяһы | |
Ерләнгән: | Мостафа III Кәшәнәһе | |
Нәҫел: | Ғосмандар | |
Атаһы: | Әхмәт III | |
Әсәһе: | Миришах Ҡадин-Эфенди | |
Ҡатыны: | Михришах-солтан һәм Аише Адильшах Ҡадин | |
Балалары: | Сәлим III, Хатиджа-солтан һәм Бейхан солтан | |
Автограф: | ||
Монограмма: | ||
Мостафа энергиялы һәм алдан күрә белеүсе сәйәсмән була. Ул ғосман империяһы менән европа державалары, шул иҫәптән Рәсәй араһындағы айырманы кәметеү өсөн армияны һәм дәүләт аппаратын яңыртырға тырыша.
Шуға ҡарамаҫтан, уның идара итеү осоронда Ғосман империяһын быуат башында уҡ солғап алған дөйөм бөлгөнлөк дауам итә, һәм модернизациялау ынтылыштары уны туҡтатыу өсөн етерлек булмай. Һәр реформа йәки административ тәртипте үҙгәртеү планы консерватив яңысарҙар һәм имамдарҙың ярһыу ҡаршылығына осрай. Мостафа III пехота һәм артиллерия реформаһын үткәреү өсөн көнбайыш кәңәшселәренең ярҙамын алырға мәжбүр була. Бынан тыш, солтан математика, диңгеҙҙә йөҙөү һәм фән Академияһына нигеҙ һалырға бойора.
Үҙенең хәрби көсһөҙлөгөн яҡшы аңлап, мостафа эҙмә-эҙлекле рәүештә һуғыштан ҡаса. Әммә Рәсәйҙең Польшалағы кампанияһы, шулай уҡ француз дипломатияһының ҙур йоғонтоһо уны Рәсәйгә Һуғыш иғлан итергә мәжбүр итә, Әммә Ул еңелә.
Тәхеткә мостафаның вариҫы булып ағаһы Әбделхәмит I тора.
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.