Мумбаи
From Wikipedia, the free encyclopedia
Мумба́и (маратһи मुंबई, һинд मुम्बई, ингл. Mumbai; 1995 йылға тиклем — Бомбе́й, Bombay) — Ғәрәбстан диңгеҙе ярында, Һиндостандың көнбайышында урынлашҡан ҡала. Махараштра шатының баш ҡалаһы.
Ҡала | |
Мумбаи маратһи मुंबई, һинд मुम्बई, ингл. Mumbai | |
Ил |
ҺиндостанҺиндостан |
---|---|
Штат |
Махараштра |
Координаталар | |
Мэр |
Датта Далви |
Элекке исеме |
1995 йылға тиклем — Бомбей |
Майҙаны |
603 км² |
Высота НУМ |
11 м |
Халҡы |
▲ 12,478,447 кеше (2011) |
Тығыҙлығы |
20 694 кеше/км² |
Агломерация |
21 347 412 |
Сәғәт бүлкәте |
UTC+5:30 |
Телефон коды |
+91 22 |
Почта индексы |
110 xxx |
Һанлы танытмалар | |
Автомобиль коды |
MH-01, MH-02, MH-03 |
Рәсми сайт |
mcgm.gov.in (инг.) |
Мумбаи — Һиндостандың халыҡ иң күп йәшәгән ҡалаһы: ҡала төшөнсәһендә Мумбай муниципаль корпорацияһы бар, уның составына Махараштра штатының ике дистрикты керә: беренсеһе — «Мумбаи» (157 км², 3 145 966 кеше 2011 й.), һәм дистрикт «Мумбаи (ҡала яны)» (446 км², 9 332 481 кеше 2011 й.), барлығы 603 км², 12 478 447 кеше 2011 й.[1]. Юлдаш ҡалалары менән бергә 21,3 млн кеше йәшәгән ҙурлығы буйынса донъяла бишенсе агломерация булып тора[2].
Диңгеҙ кимәленән 10 метр бейеклектә урынлашҡан. Халыҡ тығыҙлығы 1 км²-ға 21 665 кеше (халыҡ тығыҙлығы буйынса донъяла беренсе урында), халыҡтың 1/2 өлөшө — маратхи, 1/4 өлөшө — гуджарат. Ҡала Бомбей утрауында урынлашҡан (ингл. Isle of Bombay), һәм Солсетт утрауының көньяғына йәйелгән. Утрауҙар күперҙәр һәм дамбалар менән тоташҡан.
Мумбаи — эре халыҡ-ара юлдар узелы.Ҡаланың караптар туҡтар өсөн тәбиғи ышыҡ урыны — гаване бар, шуға көнбайыш Һиндостандың иң ҙур порты булып тора. Пассажирҙар терминалы аша Һиндостанға килеүсе пассажирҙар ағымының яртыһы үтә. Мумбай—Һиндостандың иҡтисади һәм мәҙәни үҙәге; муллыҡ һәм байлыҡ хәйерселек һәм ярлылыҡ менән йәнәшә торған контрастар ҡалаһы. Хәҙерге заман кварталдары, ҡаланың төньяҡ районындағы төрлө ауырыуҙар үрсеткесе булған, иҫке емерек өйҙәр менән күрше тора.
Һиндостандың башҡа ҡалалары менән сағыштырғанда Мумбай сағыштырмаса йәшәү кимәле һәм эшлекле әүҙемлек юғары ҡала булып иҫәпләнә. Эшкә урынлашыу мөмкинлеге эшсе көстәрҙе, Һиндостандың үҙен иҫәпкә алмағанда, бөтә Көньяҡ Азиянан йәлеп итә.