Маратһи теле
индо-арий теле, маратһаларҙың теле / From Wikipedia, the free encyclopedia
Маратхи (деванагари: मराठी, Marāṭhī IAST) — индо-арий теле, маратһаларҙың теле. Маратһи телендә яҡынса 83 миллион кеше (2011 йыл) һөйләй, улар башлыса Һиндостанда һәм Маврикийҙа йәшәй. Һиндостандың 22 рәсми теленең береһе булып тора һәм донъяла иң киң ҡулланылған 20 тел иҫәбенә инә.
Маратһи | |
Халыҡтың үҙенә үҙе биргән исеме |
मराठी |
---|---|
Илдәр | |
Регионы |
Махараштра |
Рәсми статусы |
Махараштра, Гоа, Гуджарат, Мадхья-Прадеш, Карнатака, Андхра-Прадеш, Тамилнад |
Был телдә һөйләшеүселәр |
83 млн — туған тел[1] |
Телде белеүселәр |
10 (туған) |
Классификация | |
Категория | |
Индо-европа ғаиләһе
| |
Әлифба |
деванагари, элек моди |
Тел коды | |
ГОСТ 7.75–97 |
мар 440 |
ISO 639-1 | |
ISO 639-2 | |
ISO 639-3 | |
Был телдә Википедия | |
Википедияла
маратһи телендә бүлек бар
Маратһи боронғо әҙәби традицияларға эйә. Махараштраның төп теле булып тора. Маратһи яҡынса 1000 йыл элек үҙ төркөмөнөң башҡа телдәренән айырылғандан һуң үҙаллы тел булып китә. Маратһи яҙмаһының иң боронғо дәлилдәре — Һиндостандың көньяғындағы Шраванабелагола ҡалаһындағы мең йыллыҡ гигант статуяла. Яҙмала статуяны төҙөү өсөн аҡса түләгән Гангарая батшаһы, шулай уҡ бина менән етәкселек иткән уның командиры Чамундарая тураһында бәйән ителә. Маратһаның төп әҙәби эшмәкәре — урта быуат яҙыусыһы Днянесвар, уны Һиндостанда юғары баһалайҙар.