Пирей порты

From Wikipedia, the free encyclopedia

Пирей портыmap


Пирей порты (грек. Λιμάνι Πειραιά) — Пирей диңгеҙ порты, Грецияның иң эре порты. Пассажир порты булараҡ — Европаның иң эре пассажирҙар порты[1][2], шулай уҡ донъяла өсөнсө урынды биләүсе порт[3]. Европалағы ун иң эре контейнерлы порттарҙың береһе[4]. Authority Piraeus Port ойошмаһы идараһы аҫтында тора (PPA).

Ҡыҫҡа факттар Дәүләт, Административ-территориаль берәмек ...
Пирей порты
Thumb
Дәүләт  Греция
Административ-территориаль берәмек Пирей
Һыу ятҡылығы буйында урынлашҡан Урта диңгеҙ
Хужаһы COSCO[d]
Хеҙмәтләндереүсе Piraeus Port Authority[d]
Рәсми сайт piraeus.org
Thumb
 Пирей порты Викимилектә
Ябырға

Порт Аттика периферияһында Афинанан 5-10 км тирәһе алыҫлыҡта тора. Эгей диңгеҙенең Сароникос ҡултығында урынлашҡан.

Иң яңы тарих

2002 йылда PPA һәм Греция хөкүмәте концессия килешеүенә ҡул ҡуя. Греция хөкүмәте территорияны, ундағы биналарҙы һәм порт ҡоролмалары менән бергә, 40 йыллыҡ дауамына ҡуртымға ала. 2008 йыл концессия килешеүҙәре үҙгәртелә һәм ҡуртым ваҡыты 40-тан 50 йылға тиклем оҙайтыла. Шулай итеп ҡуртым ваҡыты 2052 йылда тамамланасаҡ[5]:42.

2009 йыл аҙағындағы йөкләмә кризисы башланыуынан һуң Греция хөкүмәтендә дәүләт милке активтарын хосусилаштырыу тураһында план барлыҡҡа килә. Шундай активтарҙың береһе Пирей порты булып тора[6].

Греция 2009 йылдың октябрендә Ҡытайҙың Ocean Shipping China (Group) Company (COSCO) компанияһының яртыһын 35 йылға ҡуртымға бирә. Йылына ҡуртым COSCO өсөн 100 миллион евроға төшә[6].

1-се терминал PPA S.A. тарафынан эксплуатациялана һәм уның үткәреү һәләте 1, 1 млн самаһы TEU. 2-се терминал ҡеүәте 3 млн TEU, һәм ул COSCO-ның Terminal PCT Pireeus Container А. S. бүлендек компанияһы тарафынан идара ителә. Ҡеүәте яҡынса 2,7 миллион TEU булған 3-сө терминал төҙөлөшөн 2013 йылда РСТ тамамлай.

COSCO-ның ҡатнашыуы протестар тыуҙыра. PРА профсоюз активистары фекеренсә, был ойошма социаль пособие һәм эш хаҡтарын кәмеүгә, профсоюздар ағзаларына баҫымды көсәйтеүгә килтерә[7].

2009 йылда контейнер хеҙмәтләндереү иҡтисади күрһәткестәре күпкә яҡшыра[8][9][10].

2016 йылдың 10 авгусына ҡарата, COSCO РРА-ның бөтә акцияларының 51 % акцияһын үҙендә тота, Греция Республикаһы үҫеш фондының активында 23,14 % акция, ә башҡа инвесторҙарҙа — 25,86 % акция була[5][11].

Статистика

2016 йылдың апрелендә Пирей порты донъяның контейнерлы порттары араһында 39-сы урында тора. Пирей порты 20 121 916 тонна йөк эшкәртә һәм 1 373 138 TEU эшләй, был Пирей портын Грецияның һәм Көнсығыш — Урта диңгеҙ бассейнының иң көсөргәнешле контейнер порты яһай[12][13].

Ентеклерәк мәғлүмәт Year ...
2007 йыл эсендә дөйөм статистика[13]
Year 2007
Ролкер* 108 928 1
Таратып һалынған йөк* 454 606
Дөйөм йөк* 278 635 6
Контейнер* 899 12 127
Бөтәһе* 916 20 121
Ябырға
* тонналағы күрһәткестәр.

Иҫкәрмәләр

Wikiwand in your browser!

Seamless Wikipedia browsing. On steroids.

Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.

Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.