Пирей

From Wikipedia, the free encyclopedia

Пирейmap
Remove ads

Пирей[9][10] (бор.грек. Πειραιεύς[11] ή Πειραιάς) — Грецияның ҙурлығы буйынса өсөнсө урында торған ҡалаһы, Эгей диңгеҙе Сароникос ҡултығының көнсығыш яры буйында урынлашҡан. Тимер юл төйөнө: Пирей — Афины — Салоники (грек)баш. һәм Пирей — Афины — Коринф — Патры (инг.)баш.. Пирей порты — Грецияның тышҡы сауҙа порты (уның аша илдең яҡынса 50 % йөгө үтә, тышҡы сауҙа; әйләнеше 2007 йылда 20 млн тонна тәшкил иткән), Афинаның аванпорты. Грецияның эре сауҙа һәм сәнәғәт үҙәге. Интенсив торлаҡ һәм сәнәғәт төҙөлөшө арҡаһында Пирей Оло Афина составына инә[12]. Диңгеҙ кимәленән бейеклеге 2 метрҙа урынлашҡан, Афинаның үҙәгенән көньяҡ-көнбайышта 8 километрҙа тора. Шул исемдәге общинаның һәм Аттика периферияһындағы периферия берәмегенең үҙәге. Халыҡ һаны — 163688 кеше (2011 йыл иҫәбе буйынса).

Ҡыҫҡа факттар Рәсми атамаһы, Дәүләт ...

Ҡалала. Археологический музей Пирея[en].

Remove ads

Тарих

Thumb
Боронғо Афина
Thumb
Пирей арыҫланы — скульптура күсермәһе, гаванға игән ерҙә ҡуйылған.
Thumb
Шартлаған Британия пароходы киҫәге. 1941 йылда немец авиацияһы Пирейҙы бомбаға тотҡан саҡта Изге Спиридон сиркәүе янындағы скверҙағы ағасҡа бәреп инеп ҡыҫылып ҡалған

.

Б. э. тиклемге 86 йылда Рим полководецы Пирей Луций Корнелий Сулла тарафынан емерелгән. ;;Ғосман хакимлығы ваҡытында (XV—XIX бб.) Пирей исеме бөтөнләй юҡҡа сыҡан. Грек революцияһынан һуң һәм Грецияның бойондороҡһоҙлоғон таныу тураһындағы 1830 йылдағы Лондон протоколынан һуң, Пирей порт һәм сәнәғәт үҙәкге булараҡ үҫә башлай. 1835 йылда немец архитекторы Эдуарда Шауберта[en] планы буйынса Пирейҙа антик яңыртыу башлана.

1869 йылда Грецияла беренсе Пирей тимер линияһы Пирей — Тисион (инг.)баш. барлыҡҡа килә. Ул Пирейҙы Афина менән тоташтыра[11], асылды «Пирей» станцияһы асыла.

Пирейҙа 1918 йылдың ноябрендә Греция Коммунистар партияһы ойоштороу съезы үтә[12].

1938 йылда Пирей университетына, илдең артабан иң алдынғы юғары уҡыу йортона, нигеҙ һалына, бында иҡтисад өлкәһендә, бизнес-информацион технологиялар һәм менеджмент өлкәһендә белгестәр әҙерләнә.

Икенсе донъя һуғышында (1939—1945) Пирей ныҡ емерелә[12].

1982 йылда «Европа — Яҡын Көнсығышта» паромлы кисеү сафҡа индерелә, ул Пирей менән Сириялағы Латакияны Урта диңгеҙ аша тоташтыра. Хәҙер Пирей Афина менән бөтөнләй тиерлек ҡушылған, унан Афинаға Афина метроһы буйынса барырға мөмкин.

Remove ads

Иҡтисад

Пирей порты

Thumb
Паром Blue Star Paros (грек)баш. . Пирей портында
Thumb
Пирей порты

Ҡала иҡтисадының төп өлөшө булып суднолар хәрәкәте тора. Пирей — донъя караптары хәрәкәте үҙәктәренең береһе.

Пирейҙа бөтә донъя IACS (МАКАР) диңгеҙ йәмғиәтенең төп классификациялары тора, шул иҫәптән Рәсәй диңгеҙ судно хәрәкәте реестры ла.

Шулай уҡ Пирей Эгей архипелагы уртауҙарына һәм Урта диңгеҙҙең Яҡын Көнсығыш илдәренә алып барыусы пассажирҙар һәм автомобиль паром линияларының төп төйөнө булып тора.

Портҡа йыл әйләнәһенә эре круиз лайнерҙары инә, ә ҡайһы бер сәйәхәт «круиздары» өсөн порт башланғыс база булып тора.

Пирейҙа караптар төҙөү һәм ремонтлау предприятиелары бар[12].

Сәнәғәт

Thumb
Пирейҙа Изге Николай сиркәүе.

Порттан тыш Пирейҙа 1970-се йылдарҙа металлургия, машиналар эшләү, химия, цемент, аҙыҡ-түлек һәм тәмәке, быяла һәм ҡағыҙ сәнәғәте, алюмин һәм керамик изделиелар сығарыу, төҙөлөш материалдары, келәм һәм ҡанат сэшләү предприятиелары эшләй, шулай уҡ ТЭС эшләй[12].

Remove ads

Спорт

Транспорт

Пирей ҡалаһында Афина метрополитенының «Пирей» станцияһы, шулай уҡ тимер юл вокзалы бар. Ҡала эсендә һәм Грецияның башҡа ҡалаларына Пирейҙан автобустар йөрөй.

Демография

Пирей —Грецияла иң ҙур ҡалаларҙың береһе, ундағы халыҡ һаны -163688 кеше (2011 йылда алынған мәғлүмәттәр буйынса). Тығыҙлығы — 15065,62 кеше/км².

Ентеклерәк мәғлүмәт Йыл, Халыҡ, кеше ...
Remove ads

Туғанлашҡан ҡалалары

Галереяһы

Иҫкәрмәләр

Һылтанмалар

Loading related searches...

Wikiwand - on

Seamless Wikipedia browsing. On steroids.

Remove ads