совет һәм Рәсәй тележурналисы From Wikipedia, the free encyclopedia
Познер Владимир Владимирович (1 апрель 1934 йыл) — совет һәм Рәсәй тележурналисы, телетапшырыуҙар алып барыусы, Рәсәй Телевидение академияһының беренсе президенты (1994—2008).
Владимир Познер | |
Исеме |
Владимир Жеральд Дмитрий Дюбуа-Перде Нибуайе[1] |
---|---|
Тыуған көнө | |
Тыуған урыны | |
Гражданлығы | |
Атаһы |
Владимир Александрович Познер |
Әсәһе |
Жеральдин Люттен |
Тормош иптәше |
Валентина Чемберджи |
Балалары |
1-се никахтан |
Наградалары һәм премиялары | |
Сайт | |
Познер Владимир Владимирович Викимилектә | |
В. Познер тауышының аудиояҙмаһы | |
2013 йылдың 31 декабрендә яҙылған | |
Помощь по воспроизведению |
Владимир Владимирович Познер 1934 йылдың 1 апрелендә Францияның баш ҡалаһы Парижда 1922 йылда Рәсәйҙән эмиграцияға киткән Владимир Александрович Познер (1908—1975)[6] һәм француз Жеральдин Люттен (1910—1985)[7] ғаиләһендә тыуған. Атаһы исеме хөрмәтенә уға Владимир исемен ҡушалар. рус һәм француз шағиры Владимир Соломонович Познер Владимир Владимирович Познерҙың ике туған ағаһы.
Владимир Познерға биш йәш тулғансы ата-әсәһенең рәсми ниҡахы булмай. Уны барлығы өс айлыҡ сағында әсәһе АҠШ-ҡа алып китә. Унда Владимирҙың өләсәһе һәм әсәһенең бер туған һеңлеһе, әсәһенең яҡын туғандары, дуҫтары йәшәгән була. Бер аҙ ваҡыт үткәс, Владимирҙың әсәһе Жеральдин АҠШ-тың Paramount Pictures[8] кинокомпанияһының Франция бүлегенә монтажсы булып эшкә урынлаша. 5 йылдан һуң, 1939 йылда, «Metro-Goldwyn-Mayer» кинокомпанияһының Европа филиалында эшләгән Владимир Александрович Познер, АҠШ-ҡа барып, ҡатыны Жеральдина менән улы Владимирҙы Францияға алып ҡайта.
1940 йылда, Франция немец ғәскәрҙәре тарафынан баҫып алынғас, Познерҙарҙың ғаиләһе АҠШ-ҡа ҡаса. 1945 йылда Америкала Владимир Познерҙың ҡустыһы Павел тыуа.
Владимир Александрович Познер Советтар Союзының ялҡынлы патриоты булған. 1940 йылда Литва СССР составына ингәндән һуң, В. Познерҙың атаһы яғынан ҡартатаһы Александр Познер СССР гражданлығы ала һәм СССР Юғары Советы указы нигеҙендә Владимир Александрович Познер ҙа СССР гражданлығына эйә була[9]. Ул 1943 йылда АҠШ-тың Хәрби департаменты кинематографияһында рус секцияһының башлығы булып эшләй башлай. Ошо ваҡытта ул совет разведкаһы менән хеҙмәттәшлеге башлана.[10]
Икенсе донъя һуғышы тамамланыу менән СССР һәм АҠШ араһындағы мөнәсәбәттәрҙең насарланыуы, илдә «маккартизм осоро» башланыу арҡаһында һәм Познерҙарҙы ФБР-ҙың көслө күҙәтеүгә алыуы сәбәпле, ғаилә АҠШ-ты ташлап китергә мәжбүр була. Башта Познерҙар Францияға ҡайтырға уйлай, әммә донос нигеҙендә Франция дәүләт органдары өлкән Познерҙы илгә индерергә баш тарта.[11] Познерҙар Берлингә күсеп килә. Бында Владимир Александрович «Совэкспортфильм» компанияһында эшләй башлай. 1950 йылда Владимир Познер совет паспорты ала[12][13].
1952 йылда Познерҙар ғаиләһе Советтар Союзының баш ҡалаһы Мәскәүгә күсенеп ҡайта.
Был мәҡәләнең өлөшө әлегә яҙылмаған. |
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.