Урыҫтар

From Wikipedia, the free encyclopedia

Remove ads

Урыҫтар йәки рустар (үҙ атамаһы рус. русские) — Рәсәй Федерацияһында иң күп һанлы халыҡ, төп халҡы. Көнсығыш славян халыҡтары төркөмөнә керә. Урыҫ телендә һөйләшәләр. Диндарҙарҙың төп өлөшө православие динен тота.

Ҡыҫҡа факттар Һаны һәм йәшәгән урыны, Тел ...
Remove ads

Йолалар

Ғаилә башлығы булып атай йәки иң өлкән ир бала (большак, старшой) торған. Ғаиләлә бала тыуыуы тантаналы билдәләнгән, Суҡындырыу байрамынан һуң, көҙөн йәки ҡышын, туй үткәрелгән.

Урыҫтар донъя фәнендә

Михаил Ломоносов Рәсәй фәненә нигеҙ һалыусы. XIX быуатта рус фәне донъя кимәленә сыға. Математиктар М. В. Остроградский, Н. И. Лобачевский күп илдәрҙә танылыу таба.

Remove ads

Башҡортостан урыҫтары

Башҡортостан урыҫтары — Башҡортостанда йәшәгән урыҫ халҡы. 2010 йылдағы Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәп алыу буйынса республикала 1 миллион 432 мең 906 кеше йәшәй (республика халҡының 35,19 % өлөшө)[15][16].

Төбәккә урыҫтарҙың күпләп күсеп ултырыуы Башҡортостандың Рус дәүләтенә ҡушылыуынан һуң башланған. Иң беренсе урыҫтар Өфө тирәһендәге ерҙәрҙе биләп, Башҡортостандың үҙәк төбәктәрендә, һуңыраҡ — төньяҡ-көнбайышында, Кама аръяғы сик һыҙығы буйлап таралып ултырған.

Уралдағы беренсе урыҫ тораҡ пункттары (торамалары):

Төрлө сығанаҡтар буйынса урыҫтарҙың республикаға күсеү процессы колониализм тип иҫәпләнә.

Республикала урыҫтарҙы берләштерғән күп ойошмалар эшләй. Иң эреһе — Собор русских Башкортостана[17].

Иҫкәрмәләр

Һылтанмалар

Loading related searches...

Wikiwand - on

Seamless Wikipedia browsing. On steroids.

Remove ads