From Wikipedia, the free encyclopedia
Прозорова Наталия (Наталья) Сергеевна (укр. Наталія Сергіївна Прозорова; 1922—2006) — совет һәм украин ғалимы, юридик фәндәр докторы (1985), профессор (1986).
Ҡалып:ФИО
Прозорова Наталия Сергеевна | ||||||||||||
Файл:Прозорова Наталия Сергеевна.jpg | ||||||||||||
Тыуған көнө | ||||||||||||
---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
Тыуған урыны |
Вологда, | |||||||||||
Вафат көнө | ||||||||||||
Вафат урыны | ||||||||||||
Ил | ||||||||||||
Ғилми даирәһе |
юриспруденция | |||||||||||
Эшләгән урыны |
МЮИ, КГУ, НПУ, ЗНУ | |||||||||||
Альма-матер |
Всесоюзный юридический заочный институт, | |||||||||||
Награда һәм премиялары |
| |||||||||||
Сәйәси тәғлимәттәр тарихы һәм хоҡуҡи проблемаларҙы тикшереү менән шөғөлләнә. 60-тан ашыу фәнни һәм уҡытыу-методик эштәрҙең авторы.
Прозорова Наталия Сергеевна 1922 йылда СССР-ҙың Вологда ҡалаһында тыуған.
Ул 1940 йылда СССР Прокуратураһының Б бөтә союз юридик ситтән тороп уҡыу институтына уҡырға инә (ВЮЗЯ, хәҙер Мәскәү дәүләт юридик университеты). 1941 йылда икенсе курста уҡығанда, фронтҡа китә. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнаша: Көнбайыш һәм 3-сө Белорус фронтында 173-сө Ҡыҙыл йондоҙло Орша уҡсылар дивизияһының 426 айырым элемтә батальонының радиостанцияһы начальнигы була[1], сержант, ВКП(б) ағзаһы. Хәрби орден һәм миҙалдар менән бүләкләнгән[2][3].
Бөйк Ватан һуғышынан һуң ул РСФСР Юстиция халыҡ комиссариатының Мәскәү юридик институтында (хәҙер Рәсәй Эске эштәр министрлығының Мәскәү университеты) уҡыуын дауам итә һәм 1948 йылда уны уңышлы тамамлай. Ошо уҡ юғары уҡыу йортоноң аспирантураһын тамамлағандан һуң, ул Мәскәү дәүләт университетының юридик факультетында өлкән уҡытыусы булып эшләй (1951 йылдан алып), ә институт Мәскәү дәүләт университетының юридик факультеты менән ҡушылғандан һуң — был факультетта дәүләт һәм хоҡуҡ кафедраһы доценты була. Наталия Прозорова 1961 йылдан алып Киевта эшләй: СССР Эске эштәр министрлығының Киев юғары мәктәбенең (КДУ, хәҙер Тарас Шевченко исемендәге Киев милли университеты) эҙмә-эҙлекле доценты, дәүләт һәм хоҡуҡ теорияһы кафедраһы мөдире, профессоры була. 1991 йылдан алып Халыҡ-ара Соломон университетының юридик факультеты профессоры (Международного Соломонова университета[uk]), Иҡтисад һәм идара итеү, хужалыҡ хоҡуғы институты, М. П. Драгоманов исемендәге Милли педагогия университеты(бөтәһе лә Киевта) юридик факультеты профессоры була. Ул Шулай уҡ Запорожье милли университетының дәүләт һәм хоҡуҡ тарихы кафедраһында ла профессор булып эшләй[4].
1952 йылда «П. И. Пестелдең сәйәси ҡараштары» темаһына кандидатлыҡ диссертацияһы яҡлай.[5] 1985 йылда «Дәүләт һәм хоҡуҡ тураһында марксистик тәғлимәт һәм Беренсе Интернационал» темаһына докторлыҡ диссертацияһын яҡлай.[6] 5 юридик фәндәр кандидаты әҙерләгән.
2006 йылдың 21 ноябрендә Киевта вафат була.
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.