Рәсәй Федерацияһы
Көнсығыш Европа һәм Төньяҡ Азияла урынлашҡан федератив республика системаһы буйынса ойошҡан күп милләтле дәүләт / From Wikipedia, the free encyclopedia
Рәсәй Федерацияһы, Рәсәй (рус. Россия, Российская Федерация) — көнсығыш Европала һәм төньяҡ Азияла урынлашҡан федератив республика системаһы буйынса ойошҡан күп милләтле дәүләт. Территорияһының майҙаны 17 125 407 км²[3]. Халыҡ һаны 146 267 288 кеше. Баш ҡалаһы — Мәскәү. Дәүләт теле — урыҫ теле.
| |||||
Гимн: Рәсәй гимны (тыңларға (мәғл.)) | |||||
Нигеҙ һалынған | б.э. 862 й. | ||||
Рәсми телдәр | Урыҫ теле | ||||
Баш ҡала | Мәскәү | ||||
Иң ҙур ҡалалары | Мәскәү, Санкт-Петербург, Новосибирск, Екатеринбург, Ҡазан, Түбәнге Новгород, Силәбе, Красноярск, Һамар, Өфө, Дондағы Ростов, Омск, Краснодар, Пермь, Волгоград | ||||
Идара итеү формаһы | Президент республикаһы | ||||
Президент (Баш шайтан) Хөкүмәт Рәйесе | Владимир Путин Михаил Мишустин | ||||
Территория • Барыһы • % һыу. | 1 урын 17 125 407 км² 4,25 | ||||
Халыҡ • Барыһы (2023) • Тығыҙлыҡ | 9 урын 146 424 729 кеше 8,55 кеше/км² | ||||
ЭТП • Бөтәһе (2022) • Кеше башына | 11 урын 1,82 трлн.[1] $ 12574[1] $ | ||||
Валюта | Рәсәй һумы | ||||
Телефон коды | +7 | ||||
Сәғәт бүлкәте | UTC +3…+12 [2] |
2018 йылдың 18 мартында Президент булып Владимир Владимирович Путин һайлана.
Рәсәй егерме дәүләт менән сиктәш (донъяла иң ҙур күрһәткес), уларҙың араһында дүртәүһе өлөшләтә танылған, ҡоро ер буйынса Норвегия, Финляндия, Эстония, Латвия, Литва, Польша, Белоруссия, Украина, Абхазия, Грузия, Көньяҡ Осетия, Әзербайжан, Ҡаҙағстан, Ҡытай Халыҡ Республикаһы, Монголия, Корея Халыҡ-Демократик Республикаһы, ДХР, ЛХР менән, диңгеҙ буйынса Япония, АҠШ менән сиктәре бер.
Халыҡтың күп өлөшө (75 % тирәһе) үҙен православие диненә ҡағылышлы, тип күрһәтә.
Аҡса берәмеге — Рәсәй һумы.
Йәҙрә ҡоралы булған дәүләт, Берләшкән Милләттәр Ойошмаһының Именлек Советының даими ағзаһы.