Рәсәй Федерацияһы Коммунистар партияһы
рәсми теркәлгән Рәсәй Федерацияһының һул ағымдағы сәйәси партияһы / From Wikipedia, the free encyclopedia
Рәсә́й Федера́цияһы Коммуниста́р па́ртияһы (рус. Коммунисти́ческая па́ртия Росси́йской Федера́ции, ҡыҫҡаса КПРФ) – Рәсәй Федерацияһының рәсми теркәлгән һул ағымдағы сәйәси партияһы. Үҙен Советтар Союзы Коммунистар партияһы — КПСС-тың тура вариҫы итеп һанай. Рәсәй Дәүләт Думаһына барлыҡ һайлауҙарҙа ҡатнашҡан өс партияның һәм улар һөҙөмтәһендә барлыҡ саҡырылыш Дәүләт Думаһында тейешле урындар алған ике партияның береһе.
Рәсәй Федерацияһы Коммунистар партияһы Коммунистическая партия Российской Федерации | |
Лидер: |
Геннадий Андреевич Зюганов |
---|---|
Нигеҙләүсе: | |
Төҙөлгән ваҡыты: |
19 июнь 1990 йыл |
Штаб-квартира: |
103051 Мәскәү, Кесе Сухарев тыҡрығы, 3 йорт, 1-се ҡаралты |
Идеология: |
XXI быуат социализмы, |
Интернационал: |
СКП-КПСС |
Йәштәр берләшмәһе: |
ЛКСМ РФ (2011 йылға тиклем исеме СКМ РФ) |
Ағзалар һаны: | |
Девиз: |
«Рәсәй! Хеҙмәт! Халыҡ ҡеүәте! Социализм!» |
Урындар Дәүләт Думаһында: |
42 / 450 157 / 450 113 / 450 51 / 450 57 / 450 92 / 450 42 / 450 57 / 450 |
Урындар Төбәктәр парламенттарында: |
495 / 3980 |
Гимн: |
«Интернационал»[4] |
Партия баҫмаһы: |
|
Сайт: |
КПРФ Рәсәй коммунистарының ғәҙәттән тыш II съезында (13 – 14 февраль 1993 йыл) РСФСР Коммунистар партияһын тергеҙеү аша ойошторола. Ил төбәктәрендә 81 бүлексәһе бар, ағзалар һаны – 157 528 кешенән артыҡ (2012)[5]. КПРФ бөтә саҡырылыш Дәүләт Думаһында урын алған, шулай уҡ төбәктәр кимәлендәге хөкүмәт органдарында үҙенең вәкиллектәренә эйә.
Партия оҙайлы киләсәккә үҙенең стратегик маҡсаты итеп Рәсәйҙә яңартылған социализм төҙөү тип атай. Ҡыҫҡа ваҡытлы киләсәктә үҙ алдында түбәндәге бурыстарҙы ҡуя: хөкүмәткә илһөйәр көстәрҙең килеүе, тәбиғи байлыҡтарҙы һәм Рәсәй иҡтисадының ҙур әһәмийәткә эйә булған тармаҡтарын милләтләштереү, ошоноң менән бергә кесе һәм урта эшҡыуарлыҡты һаклау, дәүләттең сәйәси ижтимағи йүнәлешен үҫтереү. Барлыҡҡа килгәндән үк ғәмәлдәге хөкүмәткә ҡаршы тороусы партия итеп сифатлай.
Юғары орган – партия съезы, ул партияның Үҙәк комитетын һәм уның рәйесен һайлай. 1993 йылдан КПРФ рәйесе Геннадий Зюганов, 2004 йылға тиклем КПРФ үҙәк башҡарма комитеты рәйесенең беренсе урынбаҫары Валентин Купцов булған. КПРФ рәйесенең урынбаҫарҙары (2013 йылға ҡарата) — Владимир Кашин, Валерий Рашкин, Дмитрий Новиков, 2004 йылдан беренсе урынбаҫары – Иван Мельников. Тикшереүсе орган – партияның Үҙәк контроль-ревизия комиссияһы, рәйесе Николай Иванов.