Рәшит әд-Дин
From Wikipedia, the free encyclopedia
Рәшит-әд-дин Фазлуллах ибн Әбү-л-Хәйер Али Һәмәдани (Рәшит-әд-Доулэ; Рәшит әд-Табип — "Рәшит Табип"), дәүләт эшмәкәре, табип һәм ғалим-энциклопедист; Хулагуҙар дәүләте министры (1298—1317). Рәшит әд-Дин Ғазан хан әмере буйынса Монгол империяһы, шулай уҡ Алтын Урҙа хаҡында әһәмиәтле мәғлүмәт ҡалдырған. Рәшит әд-Дин етәкселегендә "Жәми әт-тәуарих" (جامعالتواریخ) ("Йылъяҙмалар йыйынтығы") тигән ҙур тарихи китап фарсы телендә яҙылған. Әлеге хезҙмәт Монгол империяһы, Алтын Урҙа һәм Иран тарихы тураһында мөһим тарихи сығанаҡ булып тора. Рәшит әд-Диндең хаттары шулай уҡ ҙур тарихи әһәмиәткә эйә.
Ҡыҫҡа факттар Зат, Гражданлыҡ ...
Рәшит әд-Дин | |
фарс. رشیدالدین فضلالله همدانی | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ | Иран |
Тыуған көнө | 1247 |
Тыуған урыны | Хәмәдан, Иран |
Вафат булған көнө | 18 июль 1318 |
Вафат булған урыны | Тәбриз, Иран |
Балалары | Ghiyathu'd-Din ibn Rashid'ud-Din[d] |
Һөнәр төрө | тарихсы, табип, уйлап табыусы, сәйәсмән |
Эшмәкәрлек төрө | медицина |
Биләгән вазифаһы | Вәзир |
Авторҙың Викимилектәге ҡалыбы | Rashid-al-Din Hamadani |
Рәшит әд-Дин Викимилектә |
Ябырға