From Wikipedia, the free encyclopedia
Сиборгий (лат. Seaborgium, Sg , элек Уннилгексий, Unnilhexium, Unh, йәки эка-вольфрам) — Менделеевтың периодик таблицаһының 7-се осор, 6-сы төркөм химик элементы. Тәртип номеры - 106. Әҙ генә ваҡыт тора торған радиоактив элемент.
Сиборгий | |
Кем хөрмәтенә аталған | Гленн Теодор Сиборг[d] |
---|---|
Асыусы йәки уйлап табыусы | Юрий Оганесян[d] |
Асыу датаһы | июль 1974 |
Элемент символы | Sg[1] |
Атом һаны | 106 |
Электронная конфигурация | [Rn] 5f¹⁴ 6d⁴ 7s² |
Сиборгий Викимилектә |
106 | Сиборгий |
(271) | |
5f146d47s2 |
Сиборгий элементының символы - Sg (Сиборгий тип уҡыла).
Сиборгий 1974 йылда Берклиҙа Калифорния университетындағы Лоуренс исемендәге лабораторияла Берклиҙа Калифорния университетындағы(Лаборатория имени Лоуренса Калифорнийского университета ) синтезланған [2]. Яңы элементты алыу өсөн 249Cf+18O→263106+4n реакцияһы ҡулланыла. Бер үк ваҡытта, уларға бәйһеҙ рәүештә, Г. Н. Флеров һәм Юрий Оганесян етәкселегендә Дубна төркөмө ҡурғаш һәм хром ҡушылған ядро реакциялары һөҙөмтәһендә 106-сы элементты синтезлау тураһында мәғлүмәт баҫтырып сығара [3].
1993 йылда IUPAC эшсе төркөмө Дубналағы төркөм эше тикшеренеүҙәр өсөн оло әһәмиәткә эйә, әммә, Беркли төркөмөнөң эшенән айырмалы булараҡ, яңы элемент барлыҡҡа килеүен етерлек ышаныс булдырырлыҡ итеп күрһәтмәне, тип һығымта яһай[4]. Шуға күрә 1997 йылда IUPAC (совет ғалимдары "резерфорд" тип атарға ризалығын белдереүенә ҡарамаҫтан[5]) элементты Беркли физигы Гленн Сиборг хөрмәтенә сиборгий тип атарға ҡарар ҡабул итә[6]. Сиборг үҙе иҫән саҡта элемент уның исеме менән аталған беренсе ғалим була[7].
Изотоп | Массаһы | Ярым тарҡалыш осоро[8] | Тарҡалыу типтары |
---|---|---|---|
258Sg | 258 | 2,9+1,3-0,7 мс | бүленеше |
259Sg | 259 | 0,48+0,28-0,13,28-0,13 с | α-тарҡалыу 255. Rf (90 %); үҙлегенән бүленеү |
260Sg | 260 | 3,6± 0,9мс | α-тарҡалыу 256. Rf; үҙлегенән бүленеү |
261Sg | 261 | 0,23±0,06с | α-тарҡалыу 257. Rf |
262Sg | 262 | 6,9+3,8-1,8 мс | үҙлегенән бүленеү; α-тарҡалыу 258. Rf (< 22 %) |
263Sg | 263 | 1,0± 0,2с | α-тарҡалыу 259. Rf; үҙлегенән бүленеү (< 30 %) |
264Sg | 264 | 37+12-11 мс | үҙлегенән бүленеү |
265Sg | 265 | 8±3 с | үҙлегенән бүленеү; α-тарҡалыу 261. Rf |
266Sg | 266 | 21+20-12 с | үҙлегенән бүленеү; α-тарҡалыу 262. Rf |
267Sg | 267 | Мс 19 | үҙлегенән бүленеү; α-тарҡалыу 263. Rf |
269Sg | 269 | 3,1+3,7-1,1 мин | α-тарҡалыу 265. Rf |
271Sg | 271 | 2,4+4,3-1,0 мин | α-тарҡалыу 267. Rf; үҙлегенән бүленеү |
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.