Сиборгий
From Wikipedia, the free encyclopedia
Remove ads
Сиборгий (лат. Seaborgium, Sg , элек Уннилгексий, Unnilhexium, Unh, йәки эка-вольфрам) — Менделеевтың периодик таблицаһының 7-се осор, 6-сы төркөм химик элементы. Тәртип номеры - 106. Әҙ генә ваҡыт тора торған радиоактив элемент.
106 | Сиборгий |
(271) | |
5f146d47s2 |
Remove ads
Символы
Сиборгий элементының символы - Sg (Сиборгий тип уҡыла).
Тарихы
Сиборгий 1974 йылда Берклиҙа Калифорния университетындағы Лоуренс исемендәге лабораторияла Берклиҙа Калифорния университетындағы(Лаборатория имени Лоуренса Калифорнийского университета ) синтезланған [2]. Яңы элементты алыу өсөн 249Cf+18O→263106+4n реакцияһы ҡулланыла. Бер үк ваҡытта, уларға бәйһеҙ рәүештә, Г. Н. Флеров һәм Юрий Оганесян етәкселегендә Дубна төркөмө ҡурғаш һәм хром ҡушылған ядро реакциялары һөҙөмтәһендә 106-сы элементты синтезлау тураһында мәғлүмәт баҫтырып сығара [3].
1993 йылда IUPAC эшсе төркөмө Дубналағы төркөм эше тикшеренеүҙәр өсөн оло әһәмиәткә эйә, әммә, Беркли төркөмөнөң эшенән айырмалы булараҡ, яңы элемент барлыҡҡа килеүен етерлек ышаныс булдырырлыҡ итеп күрһәтмәне, тип һығымта яһай[4]. Шуға күрә 1997 йылда IUPAC (совет ғалимдары "резерфорд" тип атарға ризалығын белдереүенә ҡарамаҫтан[5]) элементты Беркли физигы Гленн Сиборг хөрмәтенә сиборгий тип атарға ҡарар ҡабул итә[6]. Сиборг үҙе иҫән саҡта элемент уның исеме менән аталған беренсе ғалим була[7].
Remove ads
Билдәле изотоптары
Иҫкәрмә
Һылтанмалар
Wikiwand - on
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Remove ads