From Wikipedia, the free encyclopedia
Солтанбәк (рус. Султанбеково) — Башҡортостандың Асҡын районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 459 кеше[1]. Почта индексы — 452895, ОКАТО коды — 80204843001.
Ауыл | |
Солтанбәк Солтанбәк | |
Ил | |
---|---|
Федерация субъекты | |
Муниципаль район | |
Координаталар | |
Сәғәт бүлкәте | |
Һанлы танытмалар | |
Автомобиль коды |
02, 102 |
ОКАТО коды | |
ОКТМО коды | |
Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)
Иҫәп алыу йылы һәм көнө | Бөтә халыҡ | Ир-егеттәр | Ҡатын-ҡыҙҙар | Ир-егеттәр өлөшө (%) | Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%) |
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар) | |||||
1920 йыл 26 август | |||||
1926 йыл 17 декабрь | |||||
1939 йыл 17 ғинуар | |||||
1959 йыл 15 ғинуар | |||||
1970 йыл 15 ғинуар | |||||
1979 йыл 17 ғинуар | |||||
1989 йыл 12 ғинуар | |||||
2002 йыл 9 октябрь | |||||
2010 йыл 14 октябрь | 459 | 220 | 239 | 47,9 | 52,1 |
Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.
Ауылдағы халыҡ һаны буйынса мәғлүмәтте халыҡ иҫәбе буйынса алыу урынлы. Бөтә ил күләмендә үткән 1897, 1920, 1939, 1959, 1970, 1979, 1989, 2002, 2010 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса мәғлүмәттәр бар һәм асыҡ ҡулланыуҙа табырға була. Ҡайһы бер китаптарҙы электрон төрҙә асып ҡарап була. 1926 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса һәр ауыл тураһында мәғлүмәт осрағаны юҡ әле. Унан башҡа Өфө виләйәтендә 1865, 1879, 1886 йылдарҙа урындағы халыҡ иҫәбе алынған. Тағы ла ревиз яҙмалары аша мәғлүмәт бар.
Солтанбәк ауыл советына, үҙәге Солтанбәк ауылы,Чураш һәм Кәмәшиҙе ауылдары керә.
Бөгөнгө көндә Солтанбәктә заманса төҙөлгән социаль-мәҙәни үҙәк бар. Уның эсендә урта дөйөм белем биреү мәктәбе (филиалы Чураш), ауыл Советы, балалар баҡсаһы (филиалы Урмияҙ), фельдшер-акушерлыҡ пункты урынлашҡан. Шулай уҡ ике мәҙәниәт йорто (Солтанбәк һәм Чураш ауылдарында), почта бүлексәһе, китапханә, ике шәхси эшҡыуарҙың сауҙа кибеттәре бар. Ауылда кесе һәм урта эшҡыуарлыҡтың 4 субъекты бар. Бөгөн Солтанбәктә 174 йортта барлығы 473 кеше йәшәй.
Архив материалдары һәм зыярат таштарындағы яҙыуҙарға ҡарағанда, ауылдың тәүге нигеҙе 1672 йылдарҙа һалына. Солтанбәктәр балыҡсы ырыуы башҡорттары. Ауылға Алтай, Көньяҡ Себер өлкәләренән күсеп килгәндәр. Солтанбәк ауылы Пермь өлкәһе менән сиктәш, Сарс йылғаһы буйына урнашҡан. Элек ауылды төрлөсә атағандар: Сарс,Иҫке Сарс, Ҙур Сарс,Түбәнге Сарс. Ауыл Һөйәнтүҙ фажиғәһе ваҡытында яндырылған. Тергеҙелеүе тураһында IV ревизия мәғлүмәттәре 1783 йылда, Асфандияров А. З. История сел и деревень Башкортостана и сопредельных территорий 2022 йыл 12 апрель архивланған.китабында иҫкә алына. Һуңынан был урынға башлап Ғәйет ҡарт килеп урынлаша. Ул тыуған яҡты өйрәнеүсе Миңлеғәлиев Шаһийән Миңлеғәли улының бик боронғо олатаһы була.
Ауылдың бөгөнгө исеме йөҙ башы Солтанбәк Ғүмәров менән бәйле. Ул бирегә Билгеш ауылынан килгән була. 1905 йылдан ауыл Солтанбәк тип йөрөтөлә.
Элек электән ауыл хужалығы, умартасылыҡ, урман әҙерләү менән шөғөлләнгәндәр. 30 — сы йылдар башында Солтанбәктә артель промыслаһы була — арба, саналар, мунсала эшкәрткәндәр. Һуғыш йылдарында фронтҡа винтовка прикладтары, саңғылар эшләп ебәргәндәр.
Солтанбәк ауылы күп бала тәрбиәләгән һәм тәрбиәгә бала алған ғаиләләрҙең күп булыуы менән билдәле. Мәҫәлән, «Әсәлек даны» миҙалына 23 ҡатын-ҡыҙ эйә булды, биш ғаилә ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған 11 бала алып тәрбиәләй.
Солтанбәктәр яңы йорттар һала, тарихын өйрәнә, шәжәрәләр төҙөп, белгәндәрен йәш быуынға еткерә.
Урам исеме[2]
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.