Пермь өлкәһе
From Wikipedia, the free encyclopedia
Remove ads
Пермь өлкәһе (рус. Пе́рмская область) — РСФСР (1938—1991) һәм Рәсәй Федерацияһы (1991—2005) составындағы административ-территориаль берәмек. Майҙаны — 160,6 мең км2. Административ үҙәге — Пермь ҡалаһы.
2005 йылда Коми-Пермяк автономиялы округы менән берҙәм Рәсәй Федерацияһы субъекты булараҡ берләштерелеү һөҙөмтәһендә Пермь крайы тип үҙгәртелә.
Remove ads
Тарихы
1938 йылдың 3 октябрендә СССР Юғары Советы Президиумы Указы менән Свердловск өлкәһе составынан бүленеү юлы менән булдырылған. 1939 йылдың 31 майында СССР Юғары Советы өлкә ойоштороуҙы раҫлай[2].
1940 йылдың 8 мартынан 1957 йылдың 2 октябренә тиклем Мо́лотов өлкәһе тип атала[3].
1963 йылдың 1 февралендә Пермь өлкәһендә РСФСР Юғары Советы Президиумы Указы менән яңы райондар селтәре индерелә. 1965 йылдың 12 ғинуарында 13 район ҡайтанан тергеҙелә[4]. 1965 йылдың 4 ноябрендә РСФСР Юғары Советы Президиумы Указы менән Горнозаводск, Еловск һәм Кишерте райондары ойошторола[5]. 1966 йылдың 30 декабрендә РСФСР Ҡораллы Көстәренең Президиумы Указы менән УинскоеУй ауылында Уй районы ойошторола[6]. 1968 йылдың 13 декабрендә РСФСР Юғары Советы Президиумы Указы менән йәнә Оло Соснова районы ойошторола[7].
Рәсәй Президенты В. В. Путиндың 2000 йылдың 13 майындағы 849-сы «Рәсәй Федерацияһы Президентының федераль округтағы тулы хоҡуҡлы вәкиле тураһында»ғы Указына ярашлы, Пермь өлкәһе Волга буйы федераль округына индерелә.
Пермь өлкәһе составына Коми-Пермяк автономиялы округы (1977 йылға тиклем — милли округ) ингән. Рәсәй Конституцияһын ҡабул итеү менән (1993 йыл) Рәсәй Федерацияһының үҙ аллы субъекты булып китә.
2003 йылдың 7 декабрендә референдум үтә, унда Пермь өлкәһе һәм Коми-Пермяк автономиялы округында йәшәүселәр берҙәм Рәсәй Федерацияһы субъекты булараҡ берләштерелеүҙе хуплай. 2005 йылдың 1 декабренән Пермь өлкәһе һәм Коми-Пермяк автономиялы округы ғәмәлдән сығып, Рәсәй Федерацияһының яңы субъекты — Пермь крайы барлыҡҡа килә.
"Рәсәй федерацияһы составында Пермь өлкәһе һәм Коми-Пермяк автономиялы округы берләшеүе һөҙөмтәһендә Рәсәй Федерацияһында яңы субъект ойошторолоу тураһында " 25.03.2004 № 1-ФКЗ Федераль конституцион законы нигеҙендә берләшеү раҫлана
Remove ads
Халҡы
СССР тарҡалыуынан һуң өлкә байтаҡ — 10 % — халыҡ һаны кәмеүен кисерә. 1990—2009 йылдарҙа Кама буйы халҡы 313 меңдән ашыу кешегә кәмегән (3 022 108 кешенән 2 708 419 кешегә ҡалған)[8][9].
Шулай уҡ ҡарағыҙ
Иҫкәрмәләр
Һылтанмалар
Wikiwand - on
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Remove ads