Власть менән йәмғиәттең үҙ-ара мөнәсәбәттәре From Wikipedia, the free encyclopedia
Сәйәсәт (ғәр. سياسة) йәиһә поли́тика (грек. Πολιτική —дәүләт, йәмәғәт һәм дәүләт мөнәсәбәттәре менән идара итеү өҫталығы) — дәүләт йәки ойошманың эске һәм тышҡы мөнәсәбәт һәм хәл өлкәһендәге эшмәкәрлеге. Хөкүмәт, дәүләт йәки бер төркөмдөң эске идара һәм халыҡ-ара өлкәләге эшмәкәрлеге.
Сәйәсәт | |
Ҡайҙа өйрәнелә | политология, наука о взаимодействиях[d] һәм политическая социология[d] |
---|---|
Өҫтәмә мәғлүмәт өсөн URL | data.europa.eu/euodp/en/… |
Stack Exchange сайты | politics.stackexchange.com |
Сәйәсәт Викимилектә |
Боронғо Грецияла полистар (грек. πόλις) үҙидаралары булған ҡала общиналары булараҡ барлыҡҡа килә, улар үҙҙәрен сәйәси формация итеп ойоштора — Боронғо Греция өсөн бындай йәмғиәтте ойоштороу формаһы ғәҙәти хәл була. Италия һәм Рим империяһы аша ул башҡа ерҙәргә лә тарала. Дәүләт һәм империялар үҫеү менән ғәйәт ҙур биләмәләр менән мөнәсәбәт сәйәсәте идара итеү һәм сәйәсәтте үҙгәртеүҙе талап итә. Сәйәсәт (политика) идара итеү методологияһы булараҡ полиста барлыҡҡа килә, унда идара итеүсе элита һәм төрлө ҡатламдар йыйыла (һөнәр, сәнәғәт, мәктәп), уларҙа буласаҡ элита әҙерләнә.
Был термин б.э.т.IV быуатта беренсе булып Аристотель тарафынан ҡулланыла башлай, уны ғалим былай тип билдәләй: политика (сәйәсәт)— дәүләт (полис) менән идара итеү сәнғәте. Әлбиттә быға тиклем үк политика (сәйәсәт) йәмғиәт йәшәйешенең айырым өлкәһе булараҡ айырылып сыға — тик иҡтисади мөнәсәбәттәр (экономика) һәм әхлаҡтан күпкә һуңыраҡ (мораль). Политиканың (сәйәсәт) тәбиғәте һәм килеп сығышы тураһында бер нисә ҡараш йәшәп килә :
Шулай итеп, политика (сәйәсәт) һанап үтелгән мәсьәләләрҙе һәм низағтарҙы ғәҙәти ысулдар менән — йола, әхлаҡ талаптары һ.б. аша хәл итеп булмағанлыҡтан килеп сыға. Хоҡуҡ менән бергә сәйәсәт был мәсьәләләрҙе сисеү өсөн тәғәйенләнгән көйләүсе көс булып тора; бынан тыш, ошо уҡ маҡсаттан сығып, кешеләр тормошон ойоштороуҙың яңы төрө булараҡ дәүләт булдырыла. Шулай булғас, политика (сәйәсәт) төшөнсәһе дәүләт һәм власть төшөнсәләре менән туранан-тура бәйле булып сыға.Политолог М. Дюверже властың өс төрөн айыра— аноним, индивидуалләштерелгән һәм институционалләштерелгән; тәүге икеһе дәүләткә тиклем булған власть, ә өсөнсөһө — политиканы (сәйәсәтте) барлыҡҡа килтереүсе асыҡ дәүләт власы.
Фән һәм фәлсәфә үҫеше барышында сәйәсәттең төрлө билдәләмәләре тәҡдим ителә: дөйөм «батшалар сәнғәте», билдәле һәләттәр (оратор, хәрби, суд һ.б.), граждандарҙы һаҡлау һәм мөмкин булғанса уларҙы насарҙан яҡшы итергә тырышыу («оберечь всех граждан и по возможности сделать их из худших лучшими») (Платон), дөрөҫ һәм аҡыллы идара итеү тураһында белем (Никколо Макиавелли), дәүләт аппараты етәселеге йәки был етәкселеккә тәьҫир итеү (Макс Вебер), синфи ихтыяждар көрәше (Карл Маркс). Хәҙерге заманда уны— сәйәсәт йәмғиәттәге төркөмдәр тәртибе аша күренгән эшмәкәрлек, тәртип моделдәре һәм социаль мөнәсәбәттәр менән идара иткән һәм контроль булдырыусы социаль институттар берләшмәһе һәм улар араһындағы власть өсөн көрәш тип аңлайҙар. Бынан тыш сәйәсәт— тағы дәүләт булып формалашҡан йәмғиәттә власть һәм милекте бүлеүҙе һаҡлап алып ҡалыу , йәки үҙгәртеүгә йүнәлтелгән социаль эшмәкәрлек (внутренняя политика) һәм тышҡы эшмәкәрлек (внешняя политика), глобаль йәки бөтә донъялағы сәйәсәт (мировая политика)[1].
Сәйәст күп планлы социаль күренеш, уны йәмғиәттең үҙ-үҙен көйләүсе ҡоралы тип ҡарарға ла була. Сәйәсәттең бер нисә теоретик йүнәлеш тәҡдим иткән билдәләмәһе бар, улар сәйәси эшмәкәрлектең төп аспекттарының береһен айырып күрһәтә: институциональ, хоҡуҡи, иҡтисади, психологик, социаль, антропологик һәм башҡалар.
Тәғәйенләнешенә ярашлы, сәйәсәт бер нисә төп функцияны башҡара:
Бөгөнгө көнгә 20 сәйәси һәм идеалогик система булыуы билдәле:
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.