Италия

Көньяк Европала урынлашҡан дәүләт From Wikipedia, the free encyclopedia

Италия
Remove ads

Ита́лия (итал. Italia [iˈtaːlja]), рәсми исеме Ита́лия Республикаһы (итал. Repubblica Italiana) — Көньяҡ Европала урынлашҡан дәүләт.

башҡ. Италия республикаһы
итал. Repubblica Italiana
Ҡалып:Италия байрағы Thumb
Италия байрағы Италия гербы
Thumb
Гимн: Италия гимны
Нигеҙ һалынған 17 март 1861
Рәсми телдәр Итальян теле[1]
Баш ҡала Рим
Иң ҙур ҡалалары Рим, Милан
Идара итеү формаһы Республика
Президент
Премьер-министр
Серджо Маттарелла
Джузеппе Конте
Территория
  • Барыһы
   % һыу.
69 урын
301 230 км²
2,4
Халыҡ
  • Барыһы (2007 ISTAT)
  Тығыҙлыҡ
22 урын
60 млн.
196 кеше/км²
ЭТП
  • Бөтәһе (2005)
  • Кеше башына
9 урын
1 900 млр. $
28 300 $
Валюта Евро
Интернет-домен .it
Телефон коды +39
Сәғәт бүлкәте UTC +1

Төньяҡ-көнбайышта Франция, төньяҡта Швейцария һәм Австрия , һәм төньяҡ-көнсығышта Словения менән сиктәш. Шулай уҡ эсендә Ватикан һәм Сан-Марино тигән анклав дәүләттәр урынлашҡан.

Италия Аппенин, Балкан ярымутрауҙарын, Сардиния һәм Сицилия утрауҙарын, Падан тигеҙлеге, Альп тауҙарының көньяҡ битләүҙәрен берләштерә.

Remove ads

Административ төзөлошө

Италияның баш ҡалаһы — Рим. Ил 20 өлкәгә бүленгән — Валле-д’Аоста, Ломбардия, Трентино-Альто Адидже, Фриули-Венеция Джулия, Пьемонт, Лигурия, Венето, Тоскана, Умбрия, Эмилия-Романья, Марке, Абруццо, Лацио, Молизе, Базиликата, Кампания, Калабрия, Апулья, Сардиния һәм Сицилия, (шуларның бишеһе — Сицилия, Сардиния, Трентино-Альто-Адидже, Валле-д’Аоста һәм Фриули-Венеция Джулия — айырым статусҡа эйә). Өлкәләр 110 административ-территориаль берәмек — провинцияға бүленә. Провинциялар коммуналарға бүленә, коммуналар иҫәбе 8101. Автономиялеы өлкәләрҙең үҙ парламенты — өлкә шуралары һәм хөкүмәттәре бар.

Thumb
Ентеклерәк мәғлүмәт Өлкә, Баш ҡала ...

Италия — донъялағы иң боронғо дәүләттәрҙең береһе. Илдең бөтә территорияһын тауҙар биләй. Илдең төньяҡ өлөшөн бөтә Европала һәм Италиялағы иң ҙур тау системаһы − Альп тауҙары алып тора. Тау түбәләре бейеклеге уртаса 5 мең метр. Монблан тауы — 4807 м. Ил Европа — Азия сейсмик бүлкәтендә урынлашҡан, шуға күрә ер тетрәүҙәр һәм вулкан урғылыуҙар йыш була. Иң билдәле вулкан — Везувий. Сицилия утрауында Этна вулканы бар.

Remove ads

Географияһы

Италияла уйһыулыҡтар тар һыҙат булып яр буйлап урынлашҡан. Иң ҙур уйһыулыҡ По йылғаһы буйлап урынлашҡан Подан тигеҙлеге. Был тигеҙлектә емеш һәм виноград баҡсалары, шәкәр һәм иген культуралары үҫтерелә.

Италия файҙалы ҡаҙылмаларға ярлы. Илдә терегөмөш һәм көкөрт рудалары табыла, ҙур булмаған полиметалл рудалары ятҡылыҡтары бар. Илдә төҙөлөш материалдары мәрмәр, гранит, вулкан туфтары күпләп табыла.

Remove ads

Климаты

Илдең төньяҡтан бейек тауҙар ышыҡлап тороуы, йылы һәм туңмай торған диңгеҙҙең йоғонтоһо уның климатын билдәләй. Көньяҡҡа табаныраҡ климат йылыраҡ. Падан тигеҙлегендә уртаса йылы, йәйе эҫе, ҡышы һалҡын һәм томанлы. Илдә Урта диңгеҙ климаты өҫтөнлөк итә. Йәй оҙаҡҡа һуҙылған эҫе, ҡыш дымлы. Ғинуарҙың уртаса температураһы 0°С -тан юғары. Ҡышын ямғырҙар йыш яуа. Һирәк кенә ҡар яуа. Альп тауҙарында яуым-төшөм күп, 3000 миллиметрға етә. Яуым-төшөмдө дымлы көнбайыш елдәре алып килә. Тау түбәләре мәңгелек ҡар менән ҡапланған. Климат тау итәгенән тау түбәһенә тиклем уртаса йылынан һалҡынға тиклем үҙгәрә.

Иң оҙон һәм таулы йылға — По. Был таулы йылға бик күп миҡдарҙа ултырма тоҡом алып килә һәм Адриатик диңгеҙгә ҡойған урында дельта яһай. Тибр — Апенин ярымутрауындағы иң ҙур йылға. Илдең баш ҡалаһы Рим шунда урынлашҡан. Илдә боҙлоҡ барлыҡҡа килтергән ҙур күлдәр күп. Ул күл буйҙарында донъя әһәмиәтендәге курорттар урынлашҡан.

Халҡы

Төп халҡы — итальяндар, уларҙың теле роман төркөмөнә ҡарай. Халыҡ һаны буйынса Италия Европала Германиянан ғына ҡалыша. Ҡалалар күп булған төньяҡта һәм Неаполь тирәһендә халыҡ тығыҙ урынлашҡан. Тауҙарҙа халыҡ сағыштырмаса һирәк. Халыҡтың байтағы күрше Швейцария һәм Германияла йәшәй һәм эшләй.

Сәнәғәт

Илдә файҙалы ҡаҙылмалар күп булмағанлыҡтан, завод-фабрикалар ситтән килтерелгә сеймалды ҡулланалар. Илдә төрлө машиналар, автомобильдәр эшләп сығаралар. Автомобильдәр эшләү буйынса Италия донъяла алдынғы илдәр рәтендә. Нефтте химия тауарҙарына — пластмассаларға, лак, буяуҙарға, синтетик сүстәргә эшкәртеүсе заводтар күп. Бөтә нефть сит илдән, башлыса Көньяҡ-Көнбайыш Азиянан һәм Төньяҡ Африканан килтерелә.

Remove ads

Аул хужалығы

Эҫе йәй һәм йылы дымлы ҡыш төрлө ҡультуралар үҫтерергә уңайлы. Бөртөклө күльтуралар йылына ике уңыш бирә. Йәйҙең ҡоро булыуы күп урындарҙа һуғарыуҙы талап итә. Бойҙай — бөртөклө төп культура. Итальяндарҙың ғәҙәттәге ризығы бойҙай ононан яһалған макарон. Уның бер нисә төрө бар. Йәшелсә, дөгө културалары ҙур майҙанды алып тора. Илдә алма, груша, персик, әфлисун, һары сәй, инжир үҫтерелә. Сицилияла әфлисун, мандарин, лимон, виноград, зәйтүн емеше плантациялары бар.

Remove ads

Әҙәбиәт

• В. А. Коринская, И. В. Душина, В. А. Щенев, «Материктар һәм океандар географияһы» дәреслеге © «Дрофа», 2002

Һылтанмалар

Аңлатмалар

Loading related searches...

Wikiwand - on

Seamless Wikipedia browsing. On steroids.

Remove ads