Сөләймән
беҙҙең эраға тиклем 965—928 йылдарҙағы Исраил батшаһы / From Wikipedia, the free encyclopedia
Сөләймән (бор.-йәһ. שְׁלֹמֹה, Шломо́; грек. Σαλωμών, Септуагинтала Σολωμών; Вульгатала лат. Salomon; рус. Соломон; ғәр. سليمانسليمان Ҡөрьәндә Сөләймән) — өсөнсө йәһүд батшаһы, беҙҙең эраға тиклем 965—928 йылдарҙа берләшкән Исраил батшалығының легендар хакимы; ул идара иткән осорҙа Исраил батшалығы һис күрелмәгән кимәлдәге үҫешкә өлгәшә. Дауыт батша менән Бат-Шеваның (рус. Вирсавия) улы. Сөләймән батшалыҡ иткәндә Йәрүсәлимдә йәһүдилек өсөн иң изге урын һаналған Йәрүсәлим Ҡорамы төҙөлә.
Сөләймән — бик күп легендаларҙың персонажы, уларҙа аҡыллыларҙың аҡыллыһы һәм ғәҙелдәрҙең ғәҙеле һанала, йыш ҡына тылсымсы итеп һүрәтләнә: хайуандар һәм ҡоштар телен аңлай, ендәрҙе буйһондора.
Иҫке Ғәһедтәге «Вәғәзсе китабы» (рус. «Екклесиаст»), «Йырҙар йыры» (рус. «Песнь песней»), «Сөләймәндең ғибрәтле һүҙҙәре» (рус. «Притчи Соломоновы»), шулай уҡ ҡайһы бер зәбүр йырҙарының (рус. псалмы) авторы Сөләймән булған тип иҫәпләнә[5]. Православие һәм католик сиркәүҙәре тарафынан «Сөләймәндең хикмәттәре» (рус. «Премудрости Соломона») китабының да авторы ул тип һанала.
Сөләймән батшаның тарихта булған-булмағанлығы, Дауыт батшаның һәм Исраил дәүләтенең тарихта булған-булмағанлығы кеүек үк, фәнни бәхәстәр предметы булып тора.