Сөсбәрә
From Wikipedia, the free encyclopedia
Сөсбәрә (эремсек билмәне, кәкре, ҡаҙан ҡолағы (бөккәне), ҡаҙан кәкереһе; рус. вареники, укр. вареники) — украин кухняһында күберәк таралған славян блюдоһы, усҡа һыйышлы түңәрәк сөсө ҡамыр эсенә ваҡланған ит, йәшелсә, бәшмәк, емеш-еләк, эремсек төрөп, ныҡ итеп ҡымтып, ҡайнар һурпала бешерәләр.
Сөсбәрә | |
| |
Милли аш-һыу | |
---|---|
| |
Авторы | |
Милли исеме | |
Тыуған иле | |
Компоненттар | |
Төп |
сөсө ҡамыр |
Булыуы мөмкин |
ваҡланған ит, йәшелсә, бәшмәк, емеш-еләк, эремсек |
Оҡшаш аҙыҡтар | |
билмән | |
Викимилектә медиафайлдар Сөсбәрә |
Варениктарға Көнсығыш Рәсәй билмәне (ҡолаҡ, пермени, манты), марийҙың подкоголиһы, Көнбайыш Рәсәйҙең колдуны оҡшаш[1], шулай уҡ традицион ҡытай кухняһының бик күп блюдолары оҡшаш. Был блюдоларҙың төп айырымлыҡтары эслегендә һәм формаһында. Итальян равиолиһы эсенә быҙау ите һалынған кескәй генә колдундарға оҡшаған һәм ябай аш йә һурпаға һалынған туҡмастыҡы кеүек ҡамырға алдан бешерелгән ит ҡушып әҙерләнә.