Тау саңғыһы спорты
From Wikipedia, the free encyclopedia
Тау саңғыһы спорты — ҡар менән ҡапланған тау битләүе трассаһынан махсус саңғыларҙа һарҡыуға төшөү ул.
Ҡыҫҡа факттар Хөрмәтенә аталған, Грозящая опасность ...
Тау саңғыһы спорты | |
Хөрмәтенә аталған | Альптар һәм горные лыжи[d] |
---|---|
Грозящая опасность | үлем[1] |
Тау саңғыһы спорты Викимилектә |
Ябырға
Тау саңғыһы ҡышҡы спорт төрҙәренең береһе булыу менән бер рәттән, бөтә ер йөҙөндә йәшәүсе миллионлаған кеше араһында ҙур популярлыҡ ҡаҙанған әүҙем ял итеү сараһы ла.
Ул традицион рәүештә, Австрия, Италия, Франция, Швейцария, АҠШ, Германия кеүек илдәрҙә ҙур үҫеш алған.
Тау саңғыһы спортының тыуған яғы булып Альп тауҙары иҫәпләнә. Күп кенә халыҡтарҙың телендә был спорт төрөнөң атамаһы «Альп тауы саңғыһы» (ингл. Alpine skiingAlpine skiing, франц. Ski alpin, нем. Ski Alpin, исп. Esquí alpino, итал. Sci alpino) тигән мәғәнәне аңлата ла инде.