From Wikipedia, the free encyclopedia
Тау саңғыһы спорты — ҡар менән ҡапланған тау битләүе трассаһынан махсус саңғыларҙа һарҡыуға төшөү ул.
Тау саңғыһы спорты | |
Кем хөрмәтенә аталған | Альптар һәм горные лыжи[d] |
---|---|
Грозящая опасность | үлем[1] |
Тау саңғыһы спорты Викимилектә |
Тау саңғыһы ҡышҡы спорт төрҙәренең береһе булыу менән бер рәттән, бөтә ер йөҙөндә йәшәүсе миллионлаған кеше араһында ҙур популярлыҡ ҡаҙанған әүҙем ял итеү сараһы ла.
Ул традицион рәүештә, Австрия, Италия, Франция, Швейцария, АҠШ, Германия кеүек илдәрҙә ҙур үҫеш алған.
Тау саңғыһы спортының тыуған яғы булып Альп тауҙары иҫәпләнә. Күп кенә халыҡтарҙың телендә был спорт төрөнөң атамаһы «Альп тауы саңғыһы» (ингл. Alpine skiingAlpine skiing, франц. Ski alpin, нем. Ski Alpin, исп. Esquí alpino, итал. Sci alpino) тигән мәғәнәне аңлата ла инде.
Тау саңғыһы спорты XVIII быуат урталарында Скандинавияла барлыҡҡа килә. Ул замандарҙа таулы райондарҙа йәшәгән крәҫтиәндәр өсөн саңғы берҙән-бер юл йөрөү сараһы булған.
Ул саңғылар хәҙергеләренән күпкә айырылып торған: улар ҡыҫҡаҡ булған, таяҡтары ла икәү түгел, тик берәү генә булған һәм ул түбәнге осона ҡарай яҫыртып эшләнгән. Иң боронғо саңғылар Осло ҡалаһы музейында һаҡлана (оҙонлоғо — 110 см, киңлеге — 20 см).
1896 йылда Австрия альпинисы һәм саңғысыһы Матиас Здарский боролоштар яһай-яһай, бер ниндәй туҡталышһыҙ тау һарҡыуына ҙур тиҙлектә төшә. «Упор» тип аталған техниканы ла ул уйлап сығара.
1905 йылда Альп тауҙарында саңғысылар ярышы үтә. Был ярышта улар бирелгән юл өлөшөндә иң күп боролоштар яһап төшөргә тейеш булалар.
1911 йылда тау битенән ҙур тиҙлектә һарҡыуға төшөү буйынса беренсе ярыштар үтә.
1936 йылда слалом һәм тау битенән ҙур тиҙлектә һарҡыуға төшөү тәүге тапҡыр Олимпия уйындары программаһына индерелә.
1988 йылдан Олимпия уйындары программаһында тау саңғыһы спортында 5 төрлө дисциплина ҡулланыла башлай.
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.