Таш йылғалар
From Wikipedia, the free encyclopedia
Таш йылғалар (ҡоромдар) (рус. курумы) — (боронғо төрки qorum «таш һибелмә, ҡая ватыҡтары, һарыҡташтар» тигәндән килеп сыҡҡан[1]) — был термин физик географияла, геологияла һәм геоморфологияла ҡулланыла; ике мәғәнәһе бар:
- урыны-урыны менән өс үлсәмле арауыҡта сикләнгән, тәбиғи юл менән барлыҡҡа килгән таш киҫәктәре тупланмаһы, ерҙең өҫкө ҡатламында бер бөтөнлөк булып, утрау рәүешле һибелеп ята;
- ер өҫтөндәге ҡатмарлы ҡоролошло күренеш, — курумлэнд, — бер-береһенә терәлеп торған осло һыныҡ ҡырлы таш киҫәктәренең төрлө ауышлыҡта урынлашҡан төркөмө, ул яйлап ҡына хәрәкәт итә ала. Үҙ микроклиматы, гидрологияһы, үҫемлектәр һәм хайуандар донъяһы бар.
Ташйылғалар байтаҡ осраған Белорет районы башҡорттары уны "әҫтәт" тип атай.
Рәсәй Федерацияһында ҡоромдарҙы өйрәнеү әйҙәүсе фәнни үҙәге -М. В. Ломоносов исемендәге Мәскәү дәүләт университеты.