Рәсәйҙәге ҡала From Wikipedia, the free encyclopedia
Теберда (ҡарас.-балҡ. Теберди́) — Рәсәй Федерацияһы Ҡарасай-Черкес Республикаһындағы курорт-ҡала. Ҡарасай ҡала округына инә.
Теберда | |
Нигеҙләү датаһы | 1868 |
---|---|
Дәүләт | Рәсәй |
Административ-территориаль берәмек | Карачаевский городской округ[d] |
Сәғәт бүлкәте | UTC+3:00[d] |
Халыҡ һаны |
3200 кеше (1939)[1], 4433 кеше (1959)[2], 6524 кеше (1970)[3], 6637 кеше (1979)[4], 8840 кеше (1989)[5], 8900 кеше (1992)[6], 8300 кеше (1996)[6], 8100 кеше (1998)[6], 7600 кеше (2000)[6], 7400 кеше (2001)[6], 7827 кеше (2002)[7], 7800 кеше (2003)[6], 7600 кеше (2005)[6], 7600 кеше (2006)[6], 7400 кеше (2007)[6], 7400 кеше (2008)[6], 9058 кеше (2010)[8], 9100 кеше (2011)[6], 8901 кеше (2012)[9], 8825 кеше (2013)[10], 8776 кеше (2014)[11], 8739 кеше (2015)[12], 8709 кеше (2016)[13], 8680 кеше (2017)[14], 8670 кеше (2018)[15], 8644 кеше (2019)[16], 8648 кеше (2020)[17], 9020 кеше (2021)[18], 8978 кеше (2023)[19] |
Диңгеҙ кимәленән бейеклек | 1280 метр |
Почта индексы | 369210–369214 |
Урындағы телефон коды | 87872 |
Теберда Викимилектә |
Теберда йылғаһы исеме менән аталған һәм уның үҙәнендә урынлашҡан.
Климаты тау рельефы, ярайһы уҡ түбән атмосфера баҫымы, интенсив ҡояш радиацияһы, аҙ ғына болотло, сағыштырмаса йылы ҡыш һәм һалҡын йәй менән билдәләнә. Иң һалҡын айҙың — ғинуарҙың уртаса температураһы −2,3 градус, июлдә һәм августа 15,5 градус. Бында ҡояшлы ваҡыт йылына 2200 сәғәткә етә.
1868 йылда ҡарасай ауылы булараҡ нигеҙ һалына. Беренсе булып Ожай Байчоров ырыуынан 40 ғаилә була, шуға күрә ауыл бер ни тиклем ваҡыт уның фамилияһы менән Байчораланы-Къабакъ (Байчораланы-Ҡабаҡ) тип атала, икенсе өлөшө тап «ауыл, торама» тигәнде аңлата. Ваҡыт үтеү менән халыҡтың байтаҡ өлөшөн башҡа ырыу вәкилдәре тәшкил итә башлай, һәм Теберда йылғаһы буйында урынлашыуы менән бәйле, тәүге атамаһы гидронимға алмаштырыла[20].
1925 йылда туберкулезға ҡаршы беренсе шифахана асыла. Һуңғараҡ күп һанлы ял йорттары һәм шифаханалар ойошторола.
1941 йылдың 15 июлендә край башҡарма комитеты ҡарары менән 32395 койкаға иҫәпләнгән 65 эвакогоспиталь урынлаштырыла, Шуларҙан: Кисловодскиҙа — 15 945, Ессентукиҙа — 5715, Пятигорскиҙа — 4690, Железноводскиҙа — 3090, Тебердала — 280, край райондарында — 2675 койка[21].
РСФСР Юғары Советы Президиумының 1971 йылдың 8 февралендәге Указы менән Теберда курорт ҡасабаһына ҡала статусы бирелә[22].
2020 йылғы Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәренә ярашлы, 2021 йылдың 1 октябренә ҡала халыҡ һаны буйынса Рәсәй Федерацияһындағы 1117 ҡаланың 944-се урынында була
2002 йылғы[23] һәм 2010 йыл[24]Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәренә ярашлы :
Халҡы | Һаны, кеше (2002) |
Өлөшө халыҡ һаны (2002) |
Һаны, кеше (2010) |
Өлөшө халыҡ һаны (2010) |
---|---|---|---|---|
ҡарасайлылар | 5 006 | 64,0 % | 6 262 | 69,1 % |
урыҫтар | 2 274 | 29,1 % | 2 270 | 25,1 % |
осетиндар | 90 | 1,1 % | 99 | 1,1 % |
башҡалар | 457 | 5,8 % | 427 | 4,7 % |
барлығы | 7 827 | 100 % | 9 058 | 100 % |
Курорт Теберди ҡурсаулығы территорияһында урынлашҡан, ҡалала ҡурсаулыҡҡа арналған музей экспозицияһы бар.
Ҡала — климат-бальнеологик дауалау үҙәге. Бында бер нисә туристик база һәм шифахана урынлашҡан.
Йәйәүлеләр туризмы популяр. Маршруттар күп, шул иҫәптән махсус әҙерлек һәм кәрәк-яраҡтар талап ителмәгәндәре бар, мәҫәлән, матур тәбиғәтле Бадук күлдәре .
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.