From Wikipedia, the free encyclopedia
Телеви́дение (грек. τήλε — «алыҫ» һәм лат. video — «күрәм»; яңы латин теленән televisio — «алдан күреү») — хәрәкәт итеүсе һүрәтте һәм тауышты алыҫ араға тапшырыу өсөн ҡоролмалар комплексы. Көндәлек тормошта телетапшырыуҙарҙы етештереү һәм таратыу менән шөғәләнгән ойошмаларҙы исемләү өсөндә ҡулланыла. Радиотапшырыу менән берлектә телевидение иң таралған киң (сәйәси, мәҙәни, ғилми-танып белеү һәм уҡыу) мәғлүмәт таратыу сараһы, тағы ла төп элемтә сараһы булып тора.
Телевидение радиосигнал ярҙамында йәки кабелдәр аша һүрәт элементтарын бер-бер артлы тапшырыу принцибында нигеҙләнгән[1].
Телевидение нигеҙендә 1873 йылда Уиллоуби Смит менән асылған селендағы фотоэффект ята. Һәм 1884 йылда Пауль Нипков сканерлаусы диск уйлап таба, ул Икенсе донъя һуғышына тиклем шөһрәт ала[2].
1907 йылда Рәсәй ғалимы Борис Розинг «Һүрәтте алыҫлыҡҡа электрлыҡ ярҙамында тапшырыу сараһына» патент ала, ә 1911 йылдың 9 майында донъяла тәүге тапҡыр ябай фигураларҙың һүрәтен телевизион тапшырыу һәм алыу тормошҡа ашыра.
Нипков дискыһы нигеҙендәге системалар 1925 йылда Джон Бэрд менән Бөйөк Британияла, Чарльз Дженкинс менән АҠШта, бер береһен айырым рәүештә И. А. Адамян һәм Л. С. Термен менән СССРҙа ғәмәләгә индерелә[П 1].
1923 йылда донъяла тәүге тапҡыр хәрәкәт итеүсе һүрәтте тапшырыу америкалы Чарльз Дженкинс менән тормошҡа ашырыла, әммә тапшырылған һүрәт силуэтлы һәм ярымтонһыҙ була. 1926 йылдың 26 ғинуарында шотланд уйлап табыусыһы Джон Бэрд хәрәкәт итеүсе полутон һүрәттәрен тапшырыуҙың механик системаһын эшләй һәм 1928 йылда Baird Television Development Company нигеҙ һала[3].
1954 йылда Өфөлә тәүге һәүәҫкәр телеүҙәк барлыҡҡа килә, 1955 йылда документаль һәм нәфис фильмдар күрһтеү өсөн антенна менән мачта һәм телевизион тапшырғыс урынлаштырыла. 1958 йылда Яңауыл районында Ижевск телевидениеһы студияһының тапшырыуҙарын ҡабул итеү һәм тапшырыу өсөн телевизион ретранслятор ТРСО-20/7 урынлаштырыла.
1959 йылда радиотелевизион башняһы (бейеклеге 180 м) менән бергә Өфө телеүҙәге төҙөлә һәм Башҡортостан телевидениеһы студияһының регуляр тапшырыуҙары башлана. 1967 йылдан алып ике программалы тапшырыуҙар Өфөлә, ә 1971 йылдан алып — республика буйынса күрһәтелә башлай.
1966 йылдан алып Башҡортостанда Мәскәүҙән булған тапшырыуҙар даими рәүештә күрһәтелә башлай. 1978 йылда Өфөнән төҫлө һүрәттәге тапшырыуҙар башлана. 1986 йылда тәүге «Төмән — Өфө — Ҡазан» телекүпере уҙғарыла.
1990-сы йылдарҙа Башҡортотанда күп кенә телестудиялар барлыҡҡа килә. 1999 йылдан алып «Вся Уфа» телеканалы Өфөлә тапшырыуҙар күрһәтә башлай. 2001 йылда «Башкортостан» ДУП ТРК-һы төҙөлә һәм уның нигеҙендә «Башҡортостан юлдаш телевидениеһы» барлыҡҡа килә. 2009 йылдан алып «Туған Тел» һәм «Ҡурай» тәүлек буйы эшләүсе музыкаль күңел асыу телеканалдары эшләй башлайҙар.
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.