Яңауыл районы

From Wikipedia, the free encyclopedia

Яңауыл районыmap
Remove ads

Яңауыл районы (рус. Янаульский район) — Башҡортостандағы муниципаль район. Административ үҙәге — Яңауыл ҡалаһы. Башҡортостандың төньяҡ-көнбайышында урынлашҡан, көнбайыштан Удмурт Республикаһы, төньяҡтан Пермь крайы менән сиктәш. 1930 ойошторолған. Үҙәге — Яңауыл ҡалаһы. Майҙаны — 2176 км².

Ҡыҫҡа факттар Нигеҙләү датаһы, Дәүләт ...

2010 халыҡ һаны 21, 45 мең кеше (1970 — 42,0 мең, 1979 — 32,2 мең, 1989 — 24,1 мең, 1995 — 23,4 мең) .

109 ауыл, административ яҡтан Нефтекама ҡалаһына ҡараған Әмзә ауылы бар. Халҡының уртаса тығыҙлығы — 1 км²-ға 30 кеше. Күпселекте башҡорттар, татарҙар, удмурттар һәм урыҫтар тәшкил итә.

Район Ағиҙел буйы убалы тигеҙлегендә ята. Климаты йылы, бер аҙ ҡоролоҡло. Район территорияһы аша Беүә йылғаһы аға. Күпселек ере һоро урман һәм көлһыу тупраҡлы. Ылыҫлы һәм япраҡлы урман район территоряһының 23,3 процентын биләй.

Файҙалы ҡаҙылмалары — нефть (Игровка, Вояҙы, Сытырман, Байсар, Львовка ятҡылыҡтары), кирбес сеймалы (Беүә, Яңауыл ятҡылыҡтары), ҡом ҡатыш ҡырсынташ (Атлығас ятҡылығы). Районда сәнәғәт һәм ауыл хужалығы йүнәлешендә үҫә. Нефть ятҡылыҡтары «Краснохолмскнефть» НГДУ-һы тарафынан эшкәртелде. Төҙөлөш материалдары етештереү һәм ауыл хужалығы сеймалын эшкәртеү предпрятиелары Яңауылда тупланған. Ауыл хужалағының төп тармаҡтары: игенселек, картуф һәм йәшелсә үҫтереү, һөт һәм ит өсөн һыйыр малы үрсетеү, сусҡасылыҡ. Умартасылыҡ үҫешкән. Район биләмәһен Ҡазан—Екатеринбург тимер юлы һәм Өфө—Яңауыл автомобиль юлы киҫеп үтә, Ҡарман ГРЭС-ы урынлашҡан. Район ауылдарында 66 дөйөм белем биреү мәктәбе (1994/95 уҡыу йылы 3828 уҡыусы), шул иҫәптән 18 урта; 3 ауыл участка дауаханаһы, 34 дөйөм китапхана, 72-се һөнәрселек училищеһы һәм клуб учреждениеһы эшләй. Урыҫ телендә «Янаульские зори», айға бер тапҡыр уның башҡорт телендәге ҡушымтаһы «Йыйын» (2016 йылдың 1 июленә тиклем сыҡты) һәм татар телендә «Яңауыл таңнары» гәзиттәре сыға.

Remove ads

Билдәле шәхестәре

Remove ads

Халыҡ һаны

1939 йылдан башлап халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса районда даими йәшәгән халыҡ һаны (кеше):

Ентеклерәк мәғлүмәт Йыл, Халыҡ һаны ...
Милли составы

Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу буйынса (2010): башҡорттар — 43,3 %, татарҙар — 22,8 %, удмурттар — 14,1 %, урыҫтар — 11,7 %, марыйҙар — 6,9 %, башҡа милләттәр — 1,2 %[25].

Remove ads

Иҫкәрмәләр

Әҙәбиәт

Һылтанмалар

Loading related searches...

Wikiwand - on

Seamless Wikipedia browsing. On steroids.

Remove ads