Төньяҡ-Көнбайыш федераль округ
From Wikipedia, the free encyclopedia
Төньяҡ-Көнбайыш федераль округ (рус. Северо-За́падный федера́льный о́круг) — Рәсәйҙең европа өлөшөнөң төньяғында урынлашҡан административ ойошма. 2000-се йылдың 13-сө майында Рәсәй Федерацияһының президенты указы менән ойошторолған. Рәсәйҙең европа өлөшөнөң төньяғында һәм төньяҡ-көнбайышында урынлашҡан һәм үҙ эсенә 11 Рәсәй Федерацияһының субъектрын индерә:Карелия һәм Коми республикалары, Архангельск, Вологда, Мурманск, Ленинград, Новгород, Псков, Калининград өлкәләре, Ненец автономиялы округы, Санкт-Петербург ҡалаһы. Федераль кимәлдәге ҡала Санкт-Петербург округтың үҙәге булып булып тора.
ФО үҙәге | Санкт-Петербург ҡалаһы |
---|---|
Майҙаны | 1 677 900 км² (Рәсәй Федерацияһының 9,8 % ) |
Халҡы | 13 462 000 чел. (Рәсәй Федерацияһының 9,5 %, 1 ғинуар 2009) |
Халыҡ тығыҙлығы | 8 кеше/км² (2009) |
Ҡала халҡы % . | 82,4 % |
Субъекттар һаны | 11 |
Ҡалалар һаны | 152 |
Сәнәғәт этештереү күләме | 671 млрд һум. (2002) |
Президенттың тулы хоҡуҡлы вәкиле | Илья Иосифович Клебанов |
Рәсми сайт | http://www.szfo.ru |
Шаблон: просмотр • обсуждение • править |
Төньяҡ-Көнбайыш федераль округ отошло геополитик урын алып тора — Финляндия, Норвегия, Польша, Эстония, Латвия, Литва, Белорусь менән сикләшә, Балтик, Аҡ, Баренцев, Ҡыҙыл диңгеҙҙәренә сығыш бар.
Округ территорияһы Рәсәй Федерацияһының 9,8% майҙанын биләй.
Төньяҡ-Көнбайыш федераль округта 2009 й. 1 ғинуарына ҡарата халыҡ һаны — 13 462 000 кеше[1] (Рәсәй халҡының 9,5 %). Ҡалала йәшәүселәр төп халыҡ булып тора.