Төрөк теле
From Wikipedia, the free encyclopedia
Төрөк теле (үҙатамаһы — Тürk dili, Türkçe), алтай телдәр ғаиләһе төрки телдәр тармағының көнбайыш-уғыҙ төркөмөнә ҡараған тел. ТөркиәттәTürkiye Türkçesi тигән атамаһы ла осрай. Төркиәнең дәүләт теле. Кипр Республикаһында грек теле менән бер рәттән дәүләт теле булып тора. Әҙәби төрөк теле истанбул диалектына нигеҙләнә. 1928 йылға тиклем ғәрәп яҙыуы, унан һуң латин хәрефтәре ҡулланыла.
Әҙәби төрөк теле X—XI быуаттарҙа Анатолия ярымутрауына үтеп ингән уғыҙ-сәлжүк ҡәбиләләре йоғонтоһонда формалаша. Элек уны ғосман теле тип йөрөткәндәр. Ғосман дәүерен өс осорға бүлеп йөрөтәләр.
- Иҫке ғосман осоро — XII-XV быуаттар.
- Иҫке ғосман осоро — XV-XIX быуаттар.
- Иҫке ғосман осоро — XIX-XX быуаттар.
Беренсе осорҙа ғәрәп-фарсы телдәре йоғонтоһо көслө була. Икенсе осорҙа әҙәби телдә ғәрәп-фарсы телдәренән ингән һүҙҙәр 90 проценттан ашып китә. Әҙәби тел менән һөйләш теле араһында ҙур ғына айырма хасил була. Өсөнсө осорҙа ғәрәп-фарсы һүҙҙәренән арыныу, уларҙы төрөк һүҙҙәре менән алыштырыу, әҙәби телде һөйләш теленә яҡынайтыу мөмкинлеге ҡарала[9].
Лексика, фонетика һәм синтаксис яғынан төрөк теленә иң яҡын телдәр — Молдавия, Румыния һәм Болгарияла таралған гагауз теле (гагауз һәм балҡан-гагауз телдәре) һәм ҡырым татарҙары теленең көньяҡ диалекты. Әзербайжан теле әҙәби төрөк теленә яҡын[10].