From Wikipedia, the free encyclopedia
Төхвәтуллина Клара Ғабдрахман ҡыҙы (7 март 1931 йыл — 9 ноябрь 2016 йыл) — партия, дәүләт һәм комсомол органдары эшмәкәре. 1955 йылдан ВЛКСМ-дың Башҡортостан өлкә комитеты инструкторы, бүлек мөдире урынбаҫары, секретары, 1960—1963 йылдарҙа — беренсе секретары; 1965 йылдан Башҡорт АССР-ының мәҙәниәт министры, 1969 йылдан — КПСС-тың Башҡортостан өлкә комитетының мәҙәниәт бүлеге мөдире. 198—1986 йылдарҙа Дәүләт учреждениелары хеҙмәткәрҙәре профсоюзының Башҡортостан өлкә комитеты рәйесе. Башҡорт АССР-ының 6—10-сы саҡырылыш Юғары Советы депутаты. Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1976), ике «Почёт Билдәһе» (1960, 1967) ордендары кавалеры.
Клара Ғабдрахман ҡыҙы Төхвәтуллина | ||
| ||
---|---|---|
1965 — 1969 | ||
Тыуған: | 7 март 1931 СССР, РСФСР, Мәскәү ҡалаһы | |
Үлгән: | 9 ноябрь 2016 (85 йәш) Рәсәй, Башҡортостан, Өфө ҡалаһы | |
Партия: | Советтар Союзы Коммунистар партияһы |
Клара Ғабдрахман ҡыҙы Төхвәтуллина 1931 йылдың 7 мартында Мәскәү ҡалаһында тыуған. Өфөнөң 3-сө урта мәктәбендә уҡый.
1953 йылда Харьков педагогия институтының тарих-филология факультетын тамамлай. 1953 йылдан Украина ССР-ы Одесса өлкәһе Первомайск ҡалаһы урта мәктәбендә уҡыта.
1954 йылдан Өфөнөң 20‑се урта мәктәбендә уҡытыусы булып эшләй.
1955 йылдан ВЛКСМ‑дың Башҡортостан өлкә комитеты инструкторы, бүлек мөдире урынбаҫары. 1960—1963 йылдарҙа ВЛКСМ-дың Башҡортостан өлкә комитетының 1‑се секретары [1].
1965 йылда Мәскәүҙә КПСС Үҙәк Комитеты ҡарамағындағы Юғары партия мәктәбен тамамлай.
1965—1969 йылдарҙа — Башҡорт АССР-ының мәҙәниәт министры.
1969 йылдан КПСС-тың Башҡортостан өлкә комитетының мәҙәниәт бүлеге мөдире булып эшләй. 1981—1986 йылдарҙа Дәүләт учреждениелары хеҙмәткәрҙәре профсоюзының Башҡортостан өлкә комитеты рәйесе вазифаһын үтәй.
Башҡорт АССР-ы Юғары Советының 6—10‑сы саҡырылыш депутаты итеп һайлана.
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.