Советтар Союзы Коммунистар партияһы
1990 йылға тиклем СССР-ҙа берҙән-бер сәйәси партия From Wikipedia, the free encyclopedia
Remove ads
Советтар Союзы Коммунистар партияһы (рус. Коммунисти́ческая па́ртия Сове́тского Сою́за, КПСС)[1] (ҡыҫҡартылған атамаһы -аббр. КПСС; көндәлек һөйләштә па́ртия) — Совет Социалистик Республикалар Союзында хакимлек иткән фирҡә (партия).
- КПСС бите бында йүнәтелә. Был терминдың башҡа мәғәнәләре лә бар, ҡарағыҙ: КПСС (мәғәнәләр).
Remove ads
Тарихы
1898 (1903) йылда Рәсәй марксистары тарафынан нигеҙләнгән РСДРП (Российская социал-демократическая рабочая партия)- Рәсәй социал- демократик эшселәр (большевиктар) партияһы; 1918 йылдың мартынан РКП(б)- Рәсәй коммунистар (большевиктар) партияһы тип атала башлай. 1925 йылдан 1991 йылға тиклем — Бөтә Союз коммунистар партияһы, Советтар Союзы Коммунистар партияһы (Всесоюзная коммунистическая партия большевиков-ВКП(б), Коммунистическая партия Советского Союза-КПСС). 1920-се йылдар башынан алып, 1990 йылға тиклем илдә рөхсәт ителгән берҙән-бер партия. Компартияның хакимлыҡ статусын СССР Конституцияһы билдәләй: 1936 йылғы СССР Конституцияһының 126-сы статьяһында Коммунистар партияһы дәүләт һәм йәмәғәт ойошмаларының «етәксе ядроһы» тип, 1977 йылда ҡабул ителгән СССР Конституцияһында (6-сы статья) бөтә совет йәмғиәтенә, дәүләт һәм йәмғиәт ойошмаларына етәксе һәм йүнәлеш биреүсе көс, тип яҙылған[2]. 1990 йылда СССР-ҙа барған «үҙгәртеп ҡороу» осоронда компартияның сәйәси власть монополияһы бөтөрөлә[3], ләкин яңы редакциялағы СССР Конституцияһында ла КПСС башҡа партиялар араһында айырып күрһәтелгән[4].
1991 йылғы (19—21 август) «август болаһы» менән бәйле ваҡиғаларҙан һуң, ул ваҡыттағы РСФСР Президенты Б.Н.Ельцин КПСС-ты Конституцияға ҡаршы эшмәкәрлектә ғәйепләй. Хоҡуҡҡа ҡаршы килгән РСФСР Президенты Указы менән (№ 169, 6 ноябрь, 1991 йыл) КПСС-тың һәм РСФСР Компартияһы эшмәкәрлеге тыйыла — бөтә ойошмалары ла таратыла, мөлкәте тартып алына. Ләкин Рәсәй Федерацияһы Конституция суды ҡарары буйынса (суд ҡарары № 9-П 30.11.1992), КПСС — РСФСР Компартияһының башланғыс ойошмаларының эшмәкәрлеген тыйыу Конституцияға ярашһыҙ тип табыла. Партияның тарҡалыуы һәм бөтә союз ойошмаһы булыуҙан туҡтауы сәбәпле был эште артабан ҡарау туҡтатыла[5].
Remove ads
Иҫкәрмәләр
Әҙәбиәт
Һылтанмалар
Wikiwand - on
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Remove ads