Уральск
From Wikipedia, the free encyclopedia
Уральск (1775 йылға тиклем — Яйыҡ ҡаласығы) (ҡаҙ. Орал (мәғл.))— ҡала көнбайыш Ҡаҙағстанда, Урал йылғаһы буйында урынлашҡан. Көнбайыш-Ҡаҙағстан өлкәһенең административ үҙәге, Каспий буйы уйһыулығының төньяҡ өлөшөн биләй . Ҡала акиматы ҡарамағындағы дөйөм майҙаны яҡынса 700 км².
Уральск | |
ҡаҙ. Орал | |
Герб | |
Нигеҙләү датаһы | 1584 |
---|---|
Рәсми атамаһы | Уральск һәм Яицкий городок[1] |
Дәүләт | Ҡаҙағстан |
Административ үҙәге | Көнбайыш Ҡаҙағстан өлкәһе[d] |
Административ-территориаль берәмек | Көнбайыш Ҡаҙағстан өлкәһе[d] |
Хөкүмәт башлығы вазифаһы | Äkim of Oral[d] |
Халыҡ һаны |
167 352 кеше (17 ғинуар 1979)[2], 199 835 кеше (12 ғинуар 1989)[2], 194 905 кеше (14 февраль 1999)[2], 202 161 кеше (25 февраль 2009)[2], 235 764 кеше (1 ғинуар 2021)[2], 36 466 кеше (28 ғинуар 1897), 67 575 кеше (17 ғинуар 1939), 103 914 кеше (15 ғинуар 1959), 134 162 кеше (15 ғинуар 1970), 237 134 кеше (2022), 230 775 кеше (2015), 234 155 кеше (2020) |
Диңгеҙ кимәленән бейеклек | 35 ± 1 метр |
Туғандаш ҡала | Атырау, Плоешти[d], Иҫкешәһәр, Острава, Ырымбур һәм Дондағы-Ростов |
Майҙан | 700 000 000 квадрат метр |
Почта индексы | 090000–090013 |
Рәсми сайт | uralsk.gov.kz |
Номер тамғаһы коды | L һәм 07 |
Бында ерләнгән кешеләр категорияһы | Категория:Похороненные в Уральске[d] |
Уральск Викимилектә |
Халыҡ һаны — 300 128. Ҡала акиматы сиктәрендә ҡала — Деркүл (13 722 кеше), Зачаган (42 551 кеше) һәм Круглоозерный (48 102) ҡасабалары һәм ҡала административ ҡармағында булған ауыл тораҡ пункттары (Кордон, Ливкино, Маштако, Меловые горки, Серебряково ауылдары, Желаев ҡасабаһы). Ултыртылған ағастарҙың дөйөм майҙаны 6 мең гектар тәшкил итә. Торлаҡ фонды — 4 млн м². Ҡаланың төньяҡтан көньяҡҡа табан оҙонлоғо — яҡынса 8 км, көнбайыштан көнсығышҡа — яҡынса 23 км.
Уральск Урал йылғаһының урта ағымының уң ярында һәм Чаган йылғаһының түбәнге ағымының һул ярында урынлашҡан. Чаган йылғаһының уң ҡушылдығы — Деркүл йылғаһы, ҡала эргәһендәге Деркүл ҡасабаһы тирәһендә аға. Иң бейек ҡалҡыулыҡ — Зачаганск һәм Круглоозерный ҡасабалары араһында торған Свистун-тау.